МИҢЛЕҒОЛОВ Вил Бәхтейәр улы
МИҢЛЕҒОЛОВ Вил Бәхтейәр улы (9.1.1940, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Ҡаңны-Төркәй а.), нефтсе. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1975), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). 1957—59 йй. Бүздәк р‑нының А.Матросов ис. с‑зында эшләй, 1960 й. алып “Шуйский” с‑зы (Ҡаҙаҡ ССР‑ы), 1961 й. — “Бүздәк” с‑зы тракторсыһы. 1964— 96 йй. “Чекмагушнефть” НГДУ‑һы операторы. Байтаҡ нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә, нефть һәм газ йыйыуҙың бер торбалы системаһын, нефть сығарыу объекттарын хеҙмәтләндереүҙең яңы формаһын индереүҙә ҡатнаша. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. СССР Дәүләт пр. лауреаты (1990). Ленин (1981), Окт. Революцияһы (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) орд. м‑н бүләкләнгән.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина