“МОТОР”, предприятие
“МОТОР” ғ и л м и - п р о и з в о д с т в о п р е д п р и я т и е һ ы, ААЙ. Истребителдәр һәм штурм авиацияһы, пилотһыҙ осоусы аппараттар өсөн авиация газ турбиналы двигателдәрен, ер өҫтө газ турбиналы энергетик ҡоролмаларҙы проектлау, эшләү һәм етештереү м‑н шөғөлләнә, авиация технологияһы базаһындағы ТЭЦ һәм ҡаҙанлыҡтарҙың энергетик ҡорамалдарын модернизациялауҙы башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составына конструкторҙар һәм эксперименталь‑тикшеренеү бүлектәре, тәжрибә з‑ды, һынау цехы инә. Продукцияны ҡулланыусылар — Хәрби һауа көстәре, Хәрби диңгеҙ флоты, БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең машина эшләүһәм энергетика комплекстары пр‑тиелары. 1955 й. СССР Авиация сәнәғәте министрлығының 26‑сы тәжрибә КБ булараҡ ойошторола, 1956 й. алып 100‑сө Почта йәшниге ойошмаһы, 1966 й. — “Союз” Өфө машиналар эшләү КБ, 1975 й. — ӨМЭЗ эргәһендәге КБ, 1982 й. —Өфө машиналар эшләү КБ, 1989 й. — “М.” ҒПБ, 1991 й. — “М.” ҒПП, 2000 й. башлап ФДУП, 2009 й. хәҙ. статусын ала. “М.” тарафынан авиация двигателдәре һәм уларҙың модернизацияларының 70 төрө сығарылған. 16000‑дән ашыу двигатель: МиГ‑21, Су‑15 истребителдәре өсөн Р13‑300, Р13Ф‑300, Р25‑300; Су‑25, Су‑39 штурмовиктары өсөн Р95Ш, Р195, ш. уҡ диңгеҙҙә урынлашҡан “Базальт” һәм “Гранит” ракета ҡоралдары комплекстарының ҡанатлы ракеталары өсөн КР17‑300, КР21‑300 маршлы двигателдәре; РД‑33, АЛ-41Ф, АЛ‑55И двигателдәре өсөн юғары сағыштырма параметрлы вентилятор модулдәре етештерелгән. Респ. энергетикаһына 8 МВт ҡеүәтле ГТЭ‑10/95 газ турбиналы ҡулайламалар, 50‑нән 400‑гә тиклем кВт ҡеүәтле гидротурбиналар (ҡара: Гидравлик двигатель), ТЭЦ‑тарҙың тоташтырыу һәм көйләү арматураһы өсөн деталдәр һәм узелдар эшләүғәмәлгә индерелгән. Пр‑тие Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1984). Пр‑тие м‑н Ю.С.Алексеев, С.А.Гаврилов, Х.С.Ғүмәров, А.Ф.Иваха, Ю.А.Козеев, А.А.Рыжов, А.А.Саркисов, В.Н.Сорокин, Д.И. Стружинский һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина