ОКТЯБРЬСКИЙ КЕРАМИК ПЛИТКА ҺӘМ ФАРФОР ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ
ОКТЯБРЬСКИЙ КЕРАМИК ПЛИТКА ҺӘМ ФАРФОР ИЗДЕЛИЕЛАР ЗАВОДЫ, 1961 й. ойошторола, 1963 й. Октябрьский фарфор-фаянс з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1967 й. керамик плитка цехы төҙөлә башлай, 1969 й. алып О.к.п.һ.ф.и.з., 2001 й. ябыла. Составына фарфор һауыт-һаба (1963 й. асылған), керамик плитка (1969) производстволары ингән. 100‑ҙән ашыу төр продукция, ш. иҫ. сәй, ҡәһүә, аш сервиздары, көрөшкәләр, сәйнүктәр, сувенир әйберҙәр, декоратив вазалар, эске стена һәм иҙәндәрҙе көпләү өсөн керамик плитка етештергән. 2000 й. 777 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа, РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын сит илдәрҙә һатылған.
Н.Н.Симакаева
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина