НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ
НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, бер йәки бер нисә сәнәғәт нефть ятыштарынан торған ултырма ҡатлам, һирәгерәк ер ҡабығының кристаллы тоҡом участкалары. Геол. структураларға тура килеүенә ҡарап, структур (көмбәҙ), литологик һәм риф ятыштары айырыла. Нефттең айырым ятыштары бер геол. ҡатламда (литологик, гидродинамик, тектоник айырылған) йәки төрлө ҡатламдарҙа бер‑береһенең өҫтөндә ятырға мөмкин. Ирекле газ һәм конденсат булыуына ҡарап, нефть, нефть һәм газ, газ һәм нефть ятҡылыҡтарына бүленә. Н.я. геол. һәм сығара алырлыҡ запастары айырыла. Сығара алырлыҡ нефть запастарының күләме б‑са ятҡылыҡтар уникаль (300 млн т ашыу), эре (60—300 млн т), уртаса (15—60 млн т), ваҡ (15 млн т тиклем) була. Башҡортостан терр‑яһында нефтле һәм газлы комплекстар франс‑фамен, турней, урта таш күмер һәм аҫҡы пермь йәшендәге тектоник структураларға һәм риф ҡатламдарына тура килә. Беренсе Н.я. (Ишембай нефть ятҡылығы) 1932 й. асыла. Уникаль Н.я. Арлан нефть ятҡылығы, Туймазы нефть ятҡылығы, эреләргә — Шкапов нефть ятҡылығы, уртасаға — Сытырман, Маншыр нефть ятҡылығы, Серафимовка нефть ятҡылығы һ.б. инә (ҡара: табл.).
К.С.Баймөхәмәтов
Тәрж. Э.М.Юлбарисов
Башҡортостан Республикаһының нефть һәм газ ятҡылыҡтары
Ятҡылыҡтың исеме |
Асылыу йылы |
БР‑ҙың административ р‑ны |
Запастары б‑са |
1 |
2 |
3 |
4 |
Абдулла 1966 Йәрмәкәй ваҡ
Аҙнай 1959 Бишбүләк ваҡ
Аксаков — — ваҡ
Аксёнов 1993 Әлшәй ваҡ
Алаҡай 1958 Стәрлетамаҡ ваҡ
Алатор 1963 Иглин ваҡ
Алкин 1962 Шишмә ваҡ
Андреевка 1959 Илеш ваҡ
Апут (газ) 1972 Балаҡатай ваҡ
Арҙат 1977 Туймазы ваҡ
Арлан 1955 Краснокама уникаль
Архангел 1973 Архангел ваҡ
Асҡар 1970 Әлшәй ваҡ
Ахта 1982 Кушнаренко ваҡ
Байсар 1977 Яңауыл ваҡ
Балҡан 1975 Әлшәй ваҡ
Баръяҙы 1992 Борай ваҡ
Бейәбаш 1968 Асҡын ваҡ
Бекетов 1969 Өфө ваҡ
Белоглинка 1976 Көйөргәҙе ваҡ
Блохин 1964 Иглин ваҡ
Богатовский 1989 Иглин ваҡ
Боҙаяҙ 1974 Ҡырмыҫҡалы ваҡ
Борай 1972 Борай уртаса
Борон 1948 Ғафури ваҡ
Бөркөт (газ) 1976 Күгәрсен ваҡ
Бөрө 1993 Бөрө ваҡ
Бурһыҡ 2010 Туймазы –
Бәҙрәш 1978 Яңауыл ваҡ
Бәләбәй 1956 Бәләбәй ваҡ
Бәрәш 2000 Нуриман ваҡ
В.С.Афанасьев ис. 2011 Баҡалы ваҡ
Введеновка 1953 Мәләүез уртаса
Волков 1963 Кушнаренко ваҡ
Волостновка 1963 Мәләүез ваҡ
Воскресенск 1960 Мәләүез ваҡ
Вояҙы 1959 Яңауыл уртаса
Вәсил 1976 Борай ваҡ
Гарный 1985 Яңауыл ваҡ
Гончаровка 1972 Фёдоровка ваҡ
Гордеевка 1977 Дәүләкән ваҡ
Горький 1987 Ҡалтасы ваҡ
Грачи 1957 Мәләүез ваҡ
Гремячинский 1979 Дәүләкән ваҡ
Гәрәй 1982 Ҡалтасы ваҡ
Дим 1964 Бишбүләк уртаса
Дмитриевка 1994 Йәрмәкәй, Бәләбәй ваҡ
Добровольный 1974 Ауырғазы ваҡ
Дәүләкән 1968 Әлшәй ваҡ
Елизаветино 1981 Бәләбәй ваҡ
Ермолаевка 1964 Көйөргәҙе ваҡ
Загорский 1964 Иглин ваҡ
Згурицкий 1990 Йәрмәкәй ваҡ
Знаменка 1957 Йәрмәкәй уртаса
Ибрай 1985 Ҡырмыҫҡалы ваҡ
Игровка 1961 Ҡалтасы эре
Илеш 1995 Илеш ваҡ
Ильинка 1964 Иглин ваҡ
Илькин 1965 Бәләбәй ваҡ
Исем (газ) 1967 Күгәрсен ваҡ
Искра 1975 Иглин ваҡ
Искәндәр 1968 Дәүләкән ваҡ
Ислам 2005 Асҡын ваҡ
Исламғол 1991 Миәкә ваҡ
Иҫке Казанковка 1953 Мәләүез уртаса
Ишембай 1932 Ишембай уртаса
Ишҡар 2006 Илеш, Саҡмағош ваҡ
Йөгәмеш 1958 Тәтешле эре
Казанка 1960 Асҡын ваҡ
Казачковский 2011 Йәрмәкәй ваҡ
Калиновка 2011 Бәләбәй, Йәрмәкәй ваҡ
Каменка 1978 Әлшәй ваҡ
Карташевка 1947 Архангел ваҡ
Киҙгән 1988 Балтас ваҡ
Кинйәбулат 1943 Ишембай ваҡ
Көнгәк 1971 Асҡын ваҡ
Көнсығыш Бәләбәй 1987 Бәләбәй ваҡ
Көньяҡ Введеновка 1956 Мәләүез ваҡ
Көньяҡ Ҡубыяҙ 1965 Асҡын ваҡ
Көньяҡ Троицкий 1993 Йәрмәкәй ваҡ
Көсөгән 1985 Миәкә ваҡ
Көҫәпҡол 1935 Ишембай ваҡ
Краснохолмский 1987 Ҡалтасы ваҡ
Краснояр‑Көйәҙе 1952 Тәтешле ваҡ
Кушнаренко 1961 Кушнаренко ваҡ
Күлтабан 1951 Иглин ваҡ
Күмертау 1961 Көйөргәҙе ваҡ
Кәлшәле 1964 Бәләбәй ваҡ
Кәпәй‑Ҡобау 1947 Туймазы ваҡ
Кәрим 2006 Йәрмәкәй ваҡ
Ҡабаҡ 1979 Ҡырмыҫҡалы ваҡ
Ҡаҙлайыр 1963 Көйөргәҙе ваҡ
Ҡалай 1987 Баҡалы ваҡ
Ҡалъян 2005 Асҡын ваҡ
Ҡансыра 1959 Көйөргәҙе ваҡ
Ҡаракүл 2007 Дыуан ваҡ
Ҡаранай 2009 Бәләбәй ваҡ
Ҡарасайылға 1960 Кушнаренко ваҡ
Ҡарлы 1940 Ғафури ваҡ
Ҡарман 1999 Яңауыл ваҡ
Ҡуғанаҡ 1941 Стәрлетамаҡ ваҡ
Ҡуҙбай 1958 Ҡалтасы уртаса
Ҡунаҡбай 1960 Көйөргәҙе ваҡ
Ҡушкүл 1955 Благовещен уртаса
Ҡыҙылбай (газ) 1965 Дыуан ваҡ
Ҡыпсаҡ 1978 Әлшәй ваҡ
Ҡәйүм 1975 Асҡын ваҡ
Лунский 2005 Иглин ваҡ
Львов 1987 Яңауыл ваҡ
Ләмәҙ 1988 Иглин ваҡ
Любленский 1980 Дәүләкән ваҡ
Малышев 1951 Архангел ваҡ
Маншыр 1955 Илеш эре
Маячный (газ) 1961 Көйөргәҙе ваҡ
Михайловка 1968 Шаран ваҡ
Мораптал 1969 Көйөргәҙе ваҡ
Мостафин 1958 Баҡалы ваҡ
Мөслим 1975 Балаҡатай ваҡ
Муса 1959 Мәләүез ваҡ
Мәнәүез 1958 Илеш уртаса
Мәтәле 1965 Асҡын ваҡ
Мәтәле 1967 Дыуан ваҡ
Мәтәүтамаҡ 2009 Бәләбәй, Туймазы ваҡ
Надеждин 1953 Ҡалтасы ваҡ
Нарат 1978 Краснокама ваҡ
Нур 1959 Саҡмағош ваҡ
Озерки 1959 Мәләүез ваҡ
Опал 2009 Бишбүләк ваҡ
Орловка 1977 Ҡырғыҙ‑Миәкә ваҡ
Өршәк 1971 Ауырғазы уртаса
Өҫән‑Ивановка 1958 Бәләбәй ваҡ
Өфө 1976 Өфө ваҡ
Петропавловка 1964 Бүздәк ваҡ
Подгорный (газ) 1970 Күгәрсен ваҡ
Покровка 1943 Стәрлетамаҡ ваҡ
Привольненский 2008 Йәрмәкәй ваҡ
Прокопьевский (газ) 1964 Көйөргәҙе ваҡ
Раевка 1970 Әлшәй уртаса
Ракитовка 1978 Ҡырмыҫҡалы ваҡ
Рәтамаҡ 1973 Йәрмәкәй ваҡ
Саҡмағош 1953 Саҡмағош ваҡ
Салауат 1986 Мәләүез ваҡ
Сатай 1968 Миәкә уртаса
Сауыҙбаш 1959 Краснокама уртаса
Серафимовка 1949 Туймазы эре
Сергеевка 1961 Өфө эре
Собханғол 1957 Туймазы ваҡ
Солонцов 1975 Дәүләкән ваҡ
Спасский 2000 Бөрө ваҡ
Старцев 1987 Ҡалтасы ваҡ
Стаханов 1954 Туймазы ваҡ
Степановка 1970 Балтас ваҡ
Столяровка 1951 Мәләүез ваҡ
Сытырман 1959 Яңауыл эре
Сәйет 1957 Дүртөйлө ваҡ
Сәлих 1944 Ишембай ваҡ
Сәрмәсән 1961 Кушнаренко ваҡ
Табын 1967 Ғафури ваҡ
Таймырҙа 1958 Дүртөйлө уртаса
Талбазы 1975 Ауырғазы ваҡ
Ташлыкүл 1963 Бүздәк ваҡ
Тепляк 1973 Тәтешле ваҡ
Тирәкле 1957 Мәләүез ваҡ
Төньяҡ Ергән 1956 Мәләүез ваҡ
Төньяҡ Ҡалъян 2005 Тәтешле ваҡ
Төньяҡ Маячный 1963 Көйөргәҙе ваҡ
Төньяҡ Подгорный (газ) 1986 Күгәрсен ваҡ
Троицкий 1959 Туймазы ваҡ
Трошкин 1985 Благовещен ваҡ
Туҙлыҡыуыш 1985 Саҡмағош ваҡ
Туймазы (аҫҡы карбон) 1937 Туймазы ваҡ
Туймазы (девон) 1944 Туймазы уникаль
Тәйрүк 1968 Ишембай ваҡ
Тәтешле 1960 Тәтешле уртаса
Уръябаш 1954 Ҡалтасы уртаса
Үрәҙмәт 1974 Стәрлетамаҡ ваҡ
Фёдоровка 1986 Благовещен ваҡ
Хмелёвский 1980 Яңауыл ваҡ
Һарытау (газ) 1965 Күгәрсен ваҡ
Һикәяҙ 2000 Асҡын ваҡ
Һынны 1966 Благовар ваҡ
Цветаевский 1947 Ишембай ваҡ
Черниговка 1974 Әлшәй ваҡ
Шаҡша 1957 Өфө ваҡ
Шалҡан 1963 Кушнаренко ваҡ
Шамовский 1989 Мәләүез ваҡ
Шауъяҙы 1962 Балтас ваҡ
Шафран 1968 Әлшәй ваҡ
Шимский 2008 Асҡын ваҡ
Шкапов 1953 Бишбүләк эре
Шөңгәккүл 1977 Шишмә ваҡ
Ыҡтамаҡ 1973 Мәсетле ваҡ
Ырныҡшы 1947 Архангел ваҡ
Әлшәй 1999 Әлшәй ваҡ
Әләгәҙ 1971 Мәсетле ваҡ
Әмир 1961 Кушнаренко ваҡ
Юбилейный 1999 Шаран ваҡ
Южный 1987 Ҡалтасы ваҡ
Юлдаш 2001 Көйөргәҙе ваҡ
Ямғырсы 1989 Миәкә ваҡ
Яңы Ҡаҙансы 1965 Асҡын ваҡ
Яңы Уҙыбаш 1975 Благовар ваҡ
Яңыбай (газ) – Балаҡатай ваҡ