ОПОКА, тау тоҡомо
ОПОКА, ваҡ‑ваҡ күҙәнәкле ултырма тау тоҡомо. Балсыҡлы матдә, диатомейҙың, радиолярийҙың һәм саҡматашлы болот спикулаларының һөлдә өлөштәре, кварц, ялан шпаты, глауконит бөртөктәре ҡушылмалары булған аморф кремнезёмдан тора. О. кремнезём миҡдары 92—98%‑ҡа тиклем. Төҫө асыҡ һоронан ҡарағаса. Һынылышы ҡыуыш. Һай диңгеҙ шарттарында барлыҡҡа килә. О. юғары адсорбция, фильтрация һәм изоляция сифаттарына эйә, төрлө матдәләрҙе таҙартыу процестарында, цемент клинкерына өҫтәмә һәм йылылыҡ үткәрмәүсе материал булараҡ ҡулланыла. БР‑ҙың Хәйбулла р‑нындағы палеоген ҡатламдарында 4—17 һәм 5—14 м ҡалынлыҡтағы 2 горизонт рәүешендә үҫешкән.
А.А.Алексеев
Тәрж. Э.М.Юлбарисов