Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНҺАЖЕТДИНОВА Лира Нәбиулла ҡыҙы

Просмотров: 1494

МИНҺАЖЕТДИНОВА Лира Нәбиулла ҡыҙы (23.8.1935, Ҡазан), терапевт, кардиолог. Мед. ф. д‑ры (1984), проф. (1984). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. табибы (1995), Рәсәйҙең почётлы кардиологы (2007). Тереғоловтар нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) 1964 й. тиклем Респ. клиник дауаханаһында эшләй; 1967 й. алып БДМУ‑ла (1984—2003 йй. госпиталь терапияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге кардиология һәм ревматология мәсьәләләренә: йөрәктең ишемия ауырыуының һәм гипертония ауырыуының патогенезын, таралышын, уларҙың үҫеп китеүенә һөнәри‑производство факторҙары йоғонтоһон өйрәнеүгә; йөрәк‑ҡан тамырҙары һәм ревматизм ауырыуҙары булған пациенттарҙы реабилитациялау мәсьәләләренә арналған. М. ҡатнашлығында Башҡортостандың төрлө этник төркөмдәрендә йөрәктең ишемия һәм гипертония ауырыуҙарының формалашыуында генотиптың роле өйрәнелә, стенокардияны дауалау, эске ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм уларҙың үҫешен күҙаллау ысулдары эшләнә. 550‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. Кардиологтарҙың Башҡ‑н йәмғиәте рәйесе (1984—98).

Х е ҙ м.: Лечение и профилактика артериальной гипертонии у лиц пожилого возраста. Уфа, 2000 (авторҙ.); Вопросы диагностики в клинике внутренних болезней. Уфа, 2006 (авторҙ.); Современные подходы к диагностике, лечению и профилактике заболеваний опорно‑двигательного аппарата. Уфа, 2007 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: