Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОДИКОЛОГИЯ

Просмотров: 2033

КОДИКОЛОГИЯ (лат. codex — китап һәм ...логия), боронғо ҡулъяҙма китаптың һәм уның йыйынтыҡтарының ижад ителеү һәм таралыу тарихын, матди һәм мәҙәни ҡиммәтен, хәҙ. торошон өйрәнгән ярҙамсы тарихи-филол. фән; төбәктәге ижт. фекерҙе формалаштырыуға булышлыҡ иткән яҙма-мәҙәни традицияларҙың йәшәйәше һәм үҫеше т‑дағы мәғлүмәттәрҙе асыҡлай. К. формаль-тарихи (фонд һәм титул белешмәләре, күләмгә, форматҡа, тышлыҡҡа, төпләүгә, ҡағыҙға характеристика; декоратив сараларҙы, иллюстрацияларҙы, яҙыуҙың тышҡы күренешен һәм графикаһын тасуирлау; күсереп яҙыусының яҙыуының төрөн, каллиграфия м‑н ни дәрәжәлә яҙа белеүен асыҡлау; ҡулъяҙма йыйынтыҡтарҙы структур-типологик анализлау һ.б.) һәм соц. (авторлыҡ; китапты күсереп яҙыусының шәхесен, уның соц. сығышын һәм оҫталығын билдәләү; уҡыусыларҙың һәм китап хужаларының яҙмалары; ҡулъяҙма китапты күсереп яҙыуҙың урыны, ваҡыты һәм сәбәптәре, һатыу һәм ҡулланыу т‑дағы мәғлүмәттәр һ.б.) планда тикшеренеүҙәрҙе үҙ эсенә ала. 20 б. 2‑се ярт. алып археография, дипломатика, иҡтисад, палеография, социология, сығанаҡтар өйрәнеү, текстология һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. БР‑ҙа К. өлкәһендәге фәнни ҡыҙыҡһыныу археографик экспедициялар ойоштороу һәм китапҡулъяҙмалар фондын булдырыуға бәйле барлыҡҡа килә. Башҡорт әҙәбиәте б‑са ҡулъяҙма материалдарға анализ тәүге тапҡыр Ә.И.Харисов тарафынан үткәрелә. К. өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә И.Ғ.Ғәләүетдинов, Ғ.С.Ҡунафин, М.Х.Нәҙерғолов, Р.Х.Халиҡова, Ғ.Б.Хөсәйенов, З.Я.Шәрипова һ.б. хеҙмәттәре арналған. К. методологик нигеҙҙәре һәм терминологик аппарат Р.М.Болғаҡов тарафынан эшләнә, уның тикшеренеүҙәрендә, башҡорттарҙың яҙма мәҙәниәте формалашыу процесына бәйле, Башҡортостандағы ҡулъяҙма китаптарҙың барлыҡҡа килеүе һәм йәшәүенең төп этаптары күҙәтелгән.

Әҙәб.: Булгаков Р.М., Галяутдинов И.Г. Письменные памятники и некоторые вопросы кодикологии //Вопросы описания и каталогизации восточных рукописей Южного Урала. Уфа, 1985; Булгаков Р.М. Описание восточных рукописей Института истории, языка и литературы. Ч.1. Тюркские рукописи. Уфа, 2002.

Р.М.Болғаҡов, И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019