Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәйес Нурый улы

Просмотров: 1543

ЗАҺИҘУЛЛИН Рәйес Нурый улы [20.2.1940, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ишәй а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], химик‑органик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1999). РФ‑тың (2007) һәм БРҙың (2003) атҡ. фән эшмәкәре, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976). Л.Н.Заһиҙуллинаның ағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965 й. алып “Каустик” ААЙ‑нда эшләй: лаб. нач., 1974 й. башлап сектор нач., 1988 й. — үҙәк завод лаб. нач., 1996 й. — ғилми‑техник үҙәк нач. урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1997 й. алып БР ФА‑ның Стәрлетамаҡ филиалында бүлек мөдире. 2008 й. башлап БР ФА‑ның Ғәмәли тикшеренеүҙәр ин‑тында (Стәрлетамаҡ ҡ.). Фәнни хеҙмәттәре ациклик һәм циклик диһәм полиаминдар химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. З. тарафынан пиперазин, триэтилентетрамин һәм полиэтиленполиаминдар, коррозия ингибиторҙары, полиэлектролиттар етештереүҙең ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялары эшләнә һәм производствоға индерелә. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 130 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Многоосновные амины. Пиперазины. Т.1, Уфа, 2010. Многоосновные амины. Ациклические ди- и полиамины. Т.2. Уфа, 2011; Многоосновные амины. Синтез промышленно‑важных соединений на основе ациклических ди- и полиаминов. Т.3. Уфа, 2013.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: