Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛТЫН

Просмотров: 1790

АЛТЫН (Аurum), Au, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы; затлы металдарға ҡарай. Тәбиғәттә бер тотороҡло изотобы бар. Юғары дәрәжәләге деформация тәьҫирендә һығылмалылығын һаҡлап ҡалыусы йомшаҡ һары металл; tиреү 1046,5°С, tҡайнау 2947°С, тығыҙлығы 19320 кг/м3. Юғары т‑раларҙа А. төрлө окислаштырыусылар тәьҫиренә сыҙамлы (һауала өҫкө йөҙө йоҡа оксид ҡатламы м-н ҡаплана), кислоталарҙа [азот һәм тоҙ (батша араҡыһы), азот һәм көкөрт к‑талары ҡатнашмалары, ҡайнар селен к‑таһынан башҡа] һәм һелтеләрҙә эремәй. Цианидтар эретмәһе (кислород ҡатнашлығында), йылытҡанда галогендар м-н реакцияға инә. Баҡыр, индий, көмөш, марганец, терегөмөш (амальгама) һ.б. металдар м‑н иретмә барлыҡҡа килтерә.

Башҡортостанда А. ҙур күләмдәрҙә башлыса һибелмә ятҡылыҡтарҙан сығарыу 19 б. башында башлана (ҡара: Алтын табыу сәнәғәте). А. гравитация ысулы м‑н (ҡомдар, ҡырсынташлыҡтар һ.б. көпшәк ҡатламдарҙы йыуыу юлы м-н шлих тип аталған гравитация концентраты алалар), ҡайһы бер приискыларҙа амальгамалау (гравитация концентраттарын терегөмөш м-н сылаталар) ысулын ҡулланып айырып алына. 19 б. аҙ. цианлау (онталған мәғдәнде натрий цианидының шыйыҡланған эретмәһе м‑н эшкәртеү, А. цинк тәьҫирендә тондороу), хлорлау (онталған мәғдәнде үртәү, хлор м‑н эшкәртеү) һәм перколяция ысулдары ҡулланыла башлай. 20 б. 30-сы йй. башында “Башзолото” тресы төрлө А. мәғдәне ятҡылыҡтарын асыҡлай һәм комплекслы алтынға бай мәғдәндәрҙән А. сығарыуҙы ойоштора. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында, Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатында баҡыр колчеданы мәғдәндәренән (А. миҡдарының күләме 1—6 г/т булған) алтынлыбаҡыр һәм цинк концентраттарын алалар (ҡара: Гидрометаллургия, Флотация). Респ. баҡыр иретеү һәм аффинаж (көкөрт к‑таһы м‑н көмөштән айырыу) производстволары булмау сәбәпле, 60%‑тан алып (Түбә руднигы шламдары) 80—85%‑ҡа тиклем (Миндәк руднигы концентраты) А. булған шламдар һәм концентраттар артабан эшкәртеү өсөн Урта һәм Көньяҡ Урал (Екатеринбург, Медногорск, Силәбе ҡҡ.) заводтарына, тауар ҡойолмаларын алыу өсөн Приокск төҫлө металдар з-дына (Рязань өлк.) оҙатыла. 90‑сы йй. уртаһында техноген ятҡылыҡтарҙан А. сығарыуҙың туплаулы һелтеһеҙләндереү ысулы үҙләштерелә. 70—80-се йй. Химия ин-тында (ҡара: Органик химия институты) тоҙ к-таһы эретмәһенән, ш. уҡ ҡатмарлы һәм үҙгәреүсән составлы технологик эретмәләрҙән селектив юл м-н А. айырыу ысулдарын уйлап табыу б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Ю.Е.Никитин һ.б.). РФА‑ның В.И.Вернадский ис. Геохимия һәм аналитик химия ин-ты м‑н берлектә мәғдәндең төрлө өлгөләрендә А. асыҡлау ысулы уйлап табыла. Шулай уҡ ҡара: Филипповка ҡурғандары, Сармат мәҙәниәте.

Ю.И.Муринов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: