ШАКИРОВ Йәүит Әхмәтғәли улы
ШАКИРОВ Йәүит Әхмәтғәли улы (2.1.1962, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Әхмәт а.), эстрада артисы, йырсы. ТР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2006) артисы, БР‑ҙың атҡ. артисы (2012). Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын (Стәрлетамаҡ ҡ., 1983), Ҡазан театр уч‑щеһын (И.З.Хәйруллин курсы), Ҡазан мәҙәниәт ин‑тын (Ф.Х.Хәмитова курсы; икеһе лә — 1990) тамамлаған. 1983 й. алып Саҡмағош р‑нында: Тайнаш а. мәҙәниәт йорто дир., 1986 й. башлап мәҙәниәт бүлеге мөдире. 1987 й. алып Ҡазанда: Ғ.Камал ис. Татар театры актёры, 1990—95 йй. Татар филармонияһында һөйләү жанры артисы, 1997 й. башлап “Илһам” театр‑студияһы етәксеһе. Репертуарында Ф.Баттал, Г.З.Зәйнәшева, З.З.Хәким, Ф.Шәфиғуллиндың сатирик хикәйәләре, Ғ.Миңғәлиев, И.Низамов, С.З.Сәйҙәшев, Ф.М.Хатипов, З.М.Шакирова, М.Шәйхетдинов йырҙары, ш. уҡ үҙе ижад иткән йырҙары бар. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова