ТҮБӘНГЕ ХӘЖӘТ, Шишмә р‑нындағы ауыл
ТҮБӘНГЕ ХӘЖӘТ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К.-Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 339 кеше; 1920 — 403; 1939 — 323; 1959 — 319; 1989 — 228; 2002 — 244; 2010 — 246 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Ауылға Өфө өйәҙе Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ш. уҡ улустың Баштирмә а. (хәҙ. Благовар р‑ны) башҡорттары, Кесе Хәжәт исеме м‑н нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 13 йортта 79 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 225 кеше. 19 б. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй булған. Ауыл эргәһендә Түбәнге Хәжәт хазинаһы табылған.
Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов