ТҮГӘРӘК, Борай р‑нындағы ауыл
566
ТҮГӘРӘК, Борай р‑нындағы ауыл, Салҡаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 95 км алыҫлыҡта Шүлейә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 324 кеше; 1920 — 372; 1939 — 425; 1959 — 396; 1989 — 166; 2002 — 131; 2010 — 106 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Ауылға 1834 й. Бөрө өйәҙе Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 21 йортта 130 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: