Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЮРИНА Лидия Аркадьевна

Просмотров: 652

ТЮРИНА Лидия Аркадьевна (26.6. 1944, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Иҫке Баҙан а. — 20.5.2008, Өфө), химик-технолог. Химия ф. д‑ры (1993), проф. (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология ин‑тында эшләй: 1983 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1987 й. — лаб. мөдире, 1991 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2003 й. башлап баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1997 — 2003 йй. компьютер технологиялары һәм химик информатика б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре химик берләшмәләрҙең төҙөлөшө һәм үҙсәнлектәре араһындағы бәйләнеште өйрәнеүгә, молекуляр моделдәр яһау һәм структураларҙы прогнозлауға арналған. Т. РФ‑та химик берләшмәләрҙе бирелгән үҙсәнлектәр комплексы м‑н математик химия ысулы ярҙамында маҡсатлы синтезлауҙа яңы ҡараштарҙы эшләү, үҫтереү б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Т. етәкс. прогноз, молекуляр дизайн, биол. актив матдәләрҙең тәьҫир итеү механизмдарын асыҡлау өсөн компьютер системаһы эшләнә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Машинный поиск закономерностей строение—биологическое действие химических соединений. М., 1989. (Итоги науки и техники. Серия: Органическая химия) (авторҙ.); Машинный поиск химических препаратов с заданными свойствами. Ташкент, 1989 (авторҙ.).

Н.К.Ляпина

Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019