Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЦВЕТКОВА Елена Яковлевна

Просмотров: 1464

ЦВЕТКОВА (Барсова) Елена Яковлевна (1872, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Глумилин а., хәҙ. Өфө эсендә, — 28.6.1929, Мәскәү), йырсы (лирик-драматик сопрано). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1892; Е.А.Лавровская класы). 1886—88 йй. Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте концерттарында ҡатнашҡан. 1892 й. алып Опера ширҡәте солисы (Мәскәү). 1893 й. башлап Житомир ҡ. йәшәй һәм эшләй. 1896 й. алып Мәскәүҙә: Шәхси опера ширҡәте, 1904—11 йй. С.И. Зиминдың опера театры солисы, 1912 й. башлап шәхси пед. эшмәкәрлек м-н шөғөлләнгән. 1919 й. алып Киев, 1925 й. — Минск музыка техникумдарында уҡытҡан. Яҡынса 1926 й. башлап Мәскәүҙә йәшәй. Йомшаҡ тембрлы тигеҙ, һығылмалы тауышҡа, камил дикцияға һәм драматик темпераментҡа эйә булған. 60-тан ашыу төрлө пландағы образ тыуҙырған: Марселина (“Фиделио”, Л.Бетховен; дебют, 1891), Ярославна (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин), Тамара (“Иблис” — “Демон”, А.Г.Рубинштейн), Иоанна д’Арк (“Орлеан ҡыҙы” — “Орлеанская дева”, П.И.Чайковский), Мими (“Богема”, Дж.Пуччини) һ.б. РСФСР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре В.Н.Петрова-Званцева, Респ. атҡ. артисы Н.И.Сперанский, Ф.И. Шаляпин, РСФСР-ҙың атҡ. артисы В.П.Шкафер м-н сығыш яһаған. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә булған.

Э.Әәбиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019