ЮЛДАШ, Ә л м ә ш, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл
ЮЛДАШ, Ә л м ә ш, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 71 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 172 кеше; 1920 — 232; 1939 — 233; 1959 — 186; 1989 — 130; 2002 — 111; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Ауылға Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1764 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Мәүлит Юлдашев билдәле. Икенсе атамаһы Әлмәш Илмәшев исеменә бәйле. 1795 й. 6 йортта 39 кеше йәшәгән, 1865 й. 10 йортта — 51 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.
Тәрж.Р.Ғ.Ғилманов