ЮЛДЫБАЙ, Ғ ү м ә р, Йылайыр р‑нындағы ауыл
ЮЛДЫБАЙ, Ғ ү м ә р, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Юлдыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 448 кеше; 1920 — 438; 1939 — 607; 1959 — 2086; 1989 — 1730; 2002 — 1910; 2010 — 1650 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урал аръяғы агроинженерия колледжы, Юлдыбай урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры, “Азамат” халыҡ вокаль ансамбле, “Аҡйондоҙ” халыҡ вокаль ансамбле, “Сатҡылар” халыҡ бейеүҙәре ансамбле), китапхана, мәсет бар.
Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Юлдубай, Юлубай, Ҡабарбаш исемдәре м‑н теркәлгән. 1866 й. 80 йортта 515 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. мәҙрәсәиҫәпкә алынған. Ю. 4‑се башҡорт кантонының үҙәге булған (1855). 1938—56 йй. Матрай районының адм. үҙәге. 50‑се йй. Ю. 18 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Ғүмәр а. м‑н ҡушылған. А.М.Айытҡолов, Р.Ғ.Буканова, А.Ҡ.Йәғәфәров, А.Ә.Нәҙерғолов, М.Б.Әбсәләмов ошо ауылда тыуған.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов