ӘЛИКӘШ ҺӨЙӨНДӨКОВ
ӘЛИКӘШ ҺӨЙӨНДӨКОВ, Әлкә Һ. (1679—1755, Ырымбур губ. Шәләхмәт а.), башҡорт ихтилалы (1755—56) инициаторы һәм ойоштороусыларҙың береһе. Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1755 й. мартында Бикбулат Арҡаев м‑н бергә ихтилал әҙерләүҙә ҡатнашырға тәҡдим итеп, Батыршаға хат ебәрә. Көрәште бөтә крайҙа бер юлы башлап ебәреү планы Бөрйән улусы башҡорттарының баш күтәреүе арҡаһында өҙөлә. 1755 й. май аҙ. ғәйебен танып килә, ҡулға алына, Ырымбур төрмәһенә ябыла. Язаға дусар ителә, һуңынан Мәскәүгә оҙатыла. Юлда вафат була. Бөрйән улусының Әликәш а. (хәҙ. Баймаҡ р‑нының Буранбай а.) уның исеме м‑н аталған.
Әҙәб.: А к м а н о в И.Г. Башкирские восстания в XVIII в. Уфа, 1987.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. М.Х.Хужин