Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭНТОДОН

ЭНТОДОН (Entodon), энтодондар ғаиләһенә ҡараған мүк һымаҡтар заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, күбеһенсә ике ярымшарҙың да уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда һомғол Э. һәм Шлейхер Э. үҫә. Йәшел йәки һары‑йәшел төҫтәге кәүшәк ялтыр кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ бер, һирәк...

ЭНТОМОЛОГИК ЕЛЕМ

ЭНТОМОЛОГИК ЕЛЕМ, йәбешкәк шыйыҡ елемдәрҙең бер төрө, иҫәпләү һәм идентификациялау маҡсатында культуралы үҫемлектәрҙең ҡоротҡос бөжәктәрен тотоу һәм теркәү өсөн файҙаланыла. Бөжәк тотоу елемдәренең нигеҙе сифатында сайыр, терпендар, нефть ыҫмалалары, тәбиғи ыҫмалалар һ.б. йәбешкәк материалдар ҡулланыла....

ЭНТОМОЛОГИЯ

ЭНТОМОЛОГИЯ (грек телендәге éntoma — бөжәктәр һәм ...логия), зоологияның бөжәктәрҙе өйрәнгән бүлеге. Дөйөм (бөжәктәрҙең төҙөлөшөн һәм йәшәү эшмәкәрлеген, индивидуаль үҫешен, эволюцияһын, формалар төрлөлөгөн тикшерә) һәм ғәмәли (ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, паразиттар, инфекцион...

ЭНЦЕФАЛИТ

ЭНЦЕФАЛИТ (гр. enkе— phalos баш мейеһе), баш мейеһенең шеш ауырыуы. Патологик процестың урыны б‑са полиоэнцефалит (баш мейеһе ҡабығының һоро матдәһендә йәки олон өлөшөндә), лейкоэнцефалит (мейенең аҡ матдәһендә), панэнцефалит (аҡ һәм һоро матдәләрҙә), менингоэнцефалит (шешеүҙең мейе матдәһенән шекәрәгә...

ЭНЦИКЛОПЕДИЯЛАР

ЭНЦИКЛОПЕДИЯЛАР (фр. encyclopedie), фәнни, фәнни‑популяр йәки популяр белешмә баҫмалары. Э. системаға һалынған белем йыйылмаһы булып тора, алфавит, тематик йәки алфавит‑тематик тәртиптә урынлашҡан ҡыҫҡа мәҡәләләр рәүешендә бирелгән фән һәм ғәмәли эшмәкәрлектең айырым йәки бөтә тармаҡтары б‑са төп мәғлүмәттәрҙе...

ЭҢЕР МИЛӘҮШӘҺЕ

ЭҢЕР МИЛӘҮШӘҺЕ, аймиләүш ә, төн миләүшәһе (Hesperis), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Урта диңгеҙ буйында, Көнсығыш Европала, Урта һәм Көнбайыш Азияла таралған. Башҡортостанда себер Э.м. үҫә. Ҡуйы төклө ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өҫкө өлөшөндә тарбаҡлы, бейеклеге...

ЭҢЕР ЯРҒАНАТЫ

ЭҢЕР ЯРҒАНАТЫ (Nyctalus leisleri), ярғанаттар отрядының шымаморон ярғанаттар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Көнбайыш, Үҙәк, Көнсығыш Европала, Төньяҡ Африкала, Кавказда һәм төньяҡ‑көнбайыш Гималайҙа таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 5—7,2 см, ауырлығы 12—20 г. Йөнө оҙон, ҡуйы, арҡаһында ерәнһыу‑көрән, ҡорһағында...

ЭОС

ЭОС, гибрид клевер сорты. 2005 й. И.П.Леонтьев, А.Л.Золотов, А.Д. Карасов [Балаҡатай р‑нының “Карасов А.Д.” крәҫтиән (фермер) хужалығы] тарафынан ҡырағай популяцияларҙан күпләп һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 50—60 см, төҙ, 6—7 быуын араһы бар, бер аҙ тарбаҡлы. 35—40%‑ын япраҡ ҡаплаған....

ЭПЕНТЕЗА

ЭПЕНТЕЗА (гр. epеnthesis — йәбештереү), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәренең береһе, һүҙҙә өҫтәмә өндөң барлыҡҡа килеүе. Башҡорт телендә Э. һүҙ башында һәм һүҙ аҙағында тартынҡыларҙың бергә килеүенә юл ҡуймаған телдең орфоэпик закондарына үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең (башлыса урыҫ теленән һәм уның аша)...

ЭПИГРАММА

ЭПИГРАММА (гр. epígramma — яҙма), публицистика жанры; ниндәй ҙә булһа бер кешенән көлгән йәки йәмғиәт тормошондағы актуаль ваҡиғаларға арналған ҡыҫҡа сатирик шиғыр. Башҡорт әҙәбиәтендә Э. 20 б. башында М.Ғафури, Я.Ғ.Йомаев, С.Ҡудаш, С.С.Яҡшығолов ижадында үҫеш ала. Ш.Бабичтың “Китабеннас” (1916—1918;...

ЭПИГРАФИКА

ЭПИГРАФИКА (гр. epigraphē — яҙма), ҡаты материалдарҙағы (таш, металл, ағас, балсыҡ һ.б.) яҙмаларҙы (күбеһенсә боронғо һәм урта быуат) өйрәнгән өҫтәмә тарихи һәм филол. фән. Яҙма ҡомартҡыларҙың билдәле бер мәҙәниәткә ҡарағанлығын асыҡлай, уларҙы дешифровкалай, тулыландыра һәм датаһын билдәләй. Палеография,...

ЭПИДЕМИОЛОГИЯ

ЭПИДЕМИОЛОГИЯ (гр. epidēmia — күмәк ауырыу һәм ...логия), төрлө ауырыуҙарҙың башланып китеү законлыҡтарын һәм киң таралышын өйрәнгән, уларҙы иҫкәртеү һәм ҡаршы көрәшеү ысулдарын эшләгән фән. 20 б. уртаһына тиклем инфекцион ауырыуҙар, 20 б. аҙ. алып ш. уҡ йөрәк‑ҡан тамырҙары, онкология, нервы‑психик...

ЭПИДОТ

ЭПИДОТ (гр. epidosis — үҫеш), утрау силикаттары ярым класы минералы, Ca2(Fe3+,Al)3•[SiO4] [Si2O7]O(OH). Составына магний, марганец, тимер, титан, ерҙә һирәк элементтар ҡушыл­малары инә. Тимерһеҙ клиноцоизит м‑н изоморф рәт барлыҡҡа килтерә (цоизит, клиноцоизит, пьемонтит, алланит, йәки ортит). Кристалдары...

ЭПИЗООТОЛОГИЯ

ЭПИЗООТОЛОГИЯ (гр. epí — өҫтөндә, zṓon — хайуан һәм ...логия), хайуандарҙың инфекцион ауырыуҙарының барлыҡҡа килеү, үҫеш, таралыу сәбәптәре һәм законлыҡтары, иҫ­кәртеү һәм улар м‑н көрәш ысулдары т‑дағы ветеринария фәне. Дөйөм һәм айырым төрҙәргә бүленә. Зоогигиена, микробиология, паразитология, эпидемиология...

ЭПИЛЕПСИЯ

ЭПИЛЕПСИЯ (гр. epilēpsia), ҡ у я н с ы ҡ, баш мейеһенең хроник ауырыуы, хәрәкәт, һиҙемләү, вегетатив йәки психик функциялар боҙолоуы м‑н барған ҡабатланыусы өйәнәктәр (быума) аша беленә. Э. фокаль сикләнгән, таралған; этиологияһы б‑са — идиопатик, симптоматик һәм криптоген формалары айырыла. Э. башланып...

ЭПИСТОЛЯР ӘҘӘБИӘТ

ЭПИСТОЛЯР ӘҘӘБИӘТ, берәй кешегә яҙма мөрәжәғәт итеү формаһын ҡулланған әҫәрҙәр, персонаждарҙың ысын йәки уйҙырма хаттарынан төҙөлгән, уҡыусыларҙың киң даирәһенә тәғәйенләнгән (йәки уның ҡаҙанышына әйләнгән) художестволы йәки публицистик текст. Әгәр автор лирик герой ролендә сығыш яһаһа, нәфис Э.ә. лирика...

ЭПИФИТТАР

ЭПИФИТТАР (гр. epi — өҫтөндә һәм ...фит), флораның үҫемлектәр өҫтөндә (ағас ботаҡтары, олондары һәм япраҡтары) йәки уларҙың ҡороған япма туҡымаларында йәшәүсе паразит булмаған төрҙәре. Патиенттар булып тора; тирә‑яҡ мөхиттән һыу һәм минераль матдәләр алыу өсөн (буранка һымаҡ япраҡтар, тамырҙарында көпшәкле...

ЭПОВ Михаил Иванович

ЭПОВ Михаил Иванович (20.3.1950, Чита өлк. Любовь приискыһы), геофизик. РФА акад. (2006), РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2003), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), геол. ф. д‑ры (1991), проф. (2001). Новосибирск ун‑тын тамамлағандан һуң (1973) РФА Себер бүлексәһенең А.А. Трофимук ис. Нефть‑газ геологияһы һәм геофизикаһы...

ЭПОКСИД ЫҪМАЛАЛАРЫ

ЭПОКСИД ЫҪМАЛАЛАРЫ, составында глицидил (бифункциональ молекулаларҙың остарында урынлашҡан) йәки эпоксид (олигомер сылбырҙар йәки циклдар составында) төркөмдәре 2‑нән кәм булмаған мономерҙар һәм олигомерҙар. Түбән (350 — 450), уртаса (500 — 1000), юғары (1000 — 3500) молекуляр; баштағы сеймалы б‑са...

ЭПОС

ЭПОС (гр. epos — һүҙ, хикәйә), башҡорт фольклоры һәм ауыҙ‑тел әҙәбиәте жанры, шиғри, шиғри‑сәсмә йәки сәсмә формала хикәйәләүсе әҫәр. Халыҡ шиғриәтендә иң боронғо жанрҙарҙың береһе булып тора. Э. халыҡтың тәбиғәт һәм тормош т‑да күҙаллауҙары, дини ҡараштары, йолалары сағыла. Сәсәндәр тарафынан быуындан...