Список материалов
ГЕОЛОГИЯ ҺӘМ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР МУЗЕЙЫ
ГЕОЛОГИЯ ҺӘМ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1934 й. Башҡ‑н геол. разведка тресы эргәһендәге Геол. музейы булараҡ ойошторола, 2003 й. алып Башҡортостан Республикаһының Геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы. Музей фондында 5,5 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге. 3 залда урынлашҡан экспозицияла...
ГЕОЛОГИЯ-РАЗВЕДКА ЭШТӘРЕ
ГЕОЛОГИЯ-РАЗВЕДКА ЭШТӘРЕ, ер аҫтын геол. яҡтан өйрәнеү, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын асыу, уларҙы баһалау һәм үҙләштереүгә әҙерләү б‑са етештереү һәм ғилми‑тикшеренеү эштәренең йыйылмаһы. Г.‑р.э. составына геол., топогеодезик, геофизик, геохимик, аэрокосмик һ.б. планлы төшөрөү төрҙәре, төрлө эҙләү,...
ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА СКВАЖИНАЛАРЫН ГЕОФИЗИК ӨЙРӘНЕҮ ИНСТИТУТЫ
ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА СКВАЖИНАЛАРЫН ГЕОФИЗИК ӨЙРӘНЕҮ ИНСТИТУТЫ, ғилми-производство предприятиеһы, АЙ. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1956 й. Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга-Урал филиалы булараҡ асыла, 1972 й. алып Бөтә Союз геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ...
ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА ТЕХНИКУМЫ
ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА ТЕХНИКУМЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1931 й. асыла. 1957 й. Октябрьский нефть техникумы (ҡара: Октябрьский нефть колледжы) м‑н берләштерелә. Уҡытыу көндөҙгө башҡ. (1935 й. тиклем) һәм урыҫ бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барылған: нефть, газ ятҡылыҡтары геологияһы һәм разведкаһы, файҙалы...
ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА, Әбйәлил р-нындағы ауыл
ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА, Әбйәлил р-нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 41 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Сабаҡты күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 2002 й. – 298; 2010 – 350 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.
Ауылға...
ГЕОМЕТРИЯ
ГЕОМЕТРИЯ (гео... һәм ...метрия), математиканыңарауыҡтағы мөнәсәбәттәрҙе һәм формаларҙы, ш. уҡ уларҙың һығымталарын өйрәнеүсе бүлеге. Евклид, Лобачевский, Риман, аналитик, дифференциаль, проекция, конформлы, аффинлы бәйләнешлелектәр Г. һ.б. айырыла.
Башҡортостанда Г. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 40‑сы...
ГЕОМОРФОЛОГИЯ
ГЕОМОРФОЛОГИЯ (гео..., гр. morphe‑... — форма һәм ...логия), Ер өҫтө рельефы т‑дағы фән. Рельефтың морфологияһын, генезисын, йәшен һәм хәҙ. динамикаһын өйрәнә. Дөйөм, төбәк, ғәмәли Г., палеогеоморфологияға; тикшеренеүҙәрҙең йүнәлешенә ҡарап планета, структура, климат, антропоген Г., орографияға һ.б....
ГЕОРГИ Иван Иванович
ГЕОРГИ Иван Иванович (ысын исеме Иоганн Готлиб; 31.12.1729, Померания — 27.10.1802, С.-Петербург), сәйәхәтсе, этнограф, натуралист. Фәндәр һәм сәнғәт академияһы акад. (С.-Петербург, 1783). Академик экспедицияларҙа ҡатнашыусы. Рәсәй халыҡтары т-да беренсе дөйөмләштерелгән хеҙмәт авторы. Г. башҡорттарҙың...
ГЕОРГИЕВ Александр Сергеевич
ГЕОРГИЕВ Александр Сергеевич (17.7.1975, Новгород өлкәһе Пятилипы ҡсб), спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса халыҡ-ара гроссмейстер (1995), Рәсәй гроссмейстеры (1996). БР-ҙың күренекле спортсыһы (1999). Шашка буйынса СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Санкт-Петербург ҡ.; тренеры С.С.Маньшин). 1999 й. алып...
ГЕОРГИЕВА Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы
ГЕОРГИЕВА Гүзәл Рафиҡ ҡыҙы (14.7.1976, Салауат ҡ.), спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары б-са Рәсәй гроссмейстеры (1999). БР-ҙың күренекле спортсыһы (2003). Шашка б-са ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Ишембай ҡ.), 1999 й. алып “Башнефть” шашка клубы өсөн сығыш яһай (тренерҙары А.С.Георгиев, Ю.В.Черток). Төп программа...
ГЕОРГИЙ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР МОНАСТЫРЫ
ГЕОРГИЙ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР МОНАСТЫРЫ, “Изге Ҡыуаҡтар”. 1901 й. Георгий ҡатын-ҡыҙҙар общинаһы булараҡ нигеҙ һалына, 1905 й. алып Георгий монастыры. Бөрө өйәҙенең Уҫы-Степановка а. (хәҙ. БР‑ҙың Благовещен р‑ны) 4,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан була. Г.ҡ.‑ҡ.м. һалынған урын (3 ҡайын м‑н 2 тал эргәһендә, “Изге Ҡыуаҡтар”...
ГЕОТЕРМИЯ
ГЕОТЕРМИЯ (гео... һәм грекса thèrmē — йылылыҡ), геотермика, геофизиканың ер аҫты йылылыҡ торошон һәм йылылыҡ тарихын өйрәнә торған бүлеге. Эске йылылыҡ сығанаҡтары (ер ҡабығы, мантия, ядро) тарафынан барлыҡҡа килтерелгән Ерҙең эндоген йылылыҡ ҡыры тикшеренеү объекты булып тора. Г. дөйөм геология,...
ГЕОТЕХНИКА
ГЕОТЕХНИКА (гео… һәм техника), төҙөлөш һәм реконструкция шарттары ҡыҫынҡы булғанда ер аҫты арауығын үҙләштереүҙең бер-береһе м‑н бәйле техник сиселештәре, ысулдары һәм алымдары йыйылмаһы. Г. ысулдары тәрән фундаменттарҙы, подвал биналарын (ш. иҫ. күп ҡатлы), ер аҫтындағы (гараждар, сауҙа-мәҙәниәт үҙәктәре)...
ГЕОФИЗИК АУЫЛЫ, Өфө р‑нында
ГЕОФИЗИК АУЫЛЫ, Өфө р‑нында, Чесноковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Өршәк т. юл ст. Т. табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1997 й. — 592 кеше; 2002 — 465; 2010 — 509 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Чесноковка урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.
...
ГЕОФИЗИКА, наука
ГЕОФИЗИКА, Ерҙең төҙөлөшөн, физик үҙенсәлектәрен һәм уның ҡаты (литосферала), шыйыҡ (гидросферала) һәм газ (атмосферала) ҡабығында барған процестарын физик ысулдар м‑н өйрәнеүсе фәндәр комплексы. “Ҡаты” Ер физикаһына (геотермия, геоэлектрика, гравиметрия, сейсмология, разведкалау Г. һ.б.), гидрофизикаға...
ГЕОХИМИЯ
ГЕОХИМИЯ, Ерҙең химик төҙөлөшө, химик элементтарҙың геосферала таралыуы, күсеп йөрөүе (тупланыуы һәм тарҡалыуы) т‑дағы фән. Аналитик, физик, изотоп Г., биогеохимия, литосфера, гидросфера, атмосфера, метаморфизм, магматизм, мәғдән барлыҡҡа килеү, ландшафт Г. һ.б. айырыла. Химик элементтарҙың таралыуы...
ГЕОХРОНОЛОГИЯ
ГЕОХРОНОЛОГИЯ (гео..., гр. chronos – ваҡыт, ...логия), ер ҡабығын барлыҡҡа килтергән тау тоҡомдары формалашыуының хронологик эҙмә-эҙлелеген һәм йәшен өйрәнеүсе фән. Сағыштырма һәм абс. (изотоп) Г. бүленә. Сағыштырма Г. тау тоҡомдарының ҡатлам-ҡатлам булып ятыу принцибы ҡулланыла, уның б‑са өҫтә ятҡан...
ГЕОЭКОЛОГИЯ
ГЕОЭКОЛОГИЯ (гео... һәм экология), локаль, төбәк һәм глобаль кимәлдәге геоҡабыҡ сиктәрендә тәбиғи һәм антропоген факторҙарҙың тәьҫире арҡаһында экология шарттарының формалашыу, арауыҡ һәм ваҡытҡа бәйле үҙгәрештәренең үҙенсәлектәре т‑дағы фән. Дөйөм, төбәк һәм махсус (геоэкологик тикшеренеү һәм техноген...
ГЕР СПОРТЫ
ГЕР СПОРТЫ, билдәле ауырлыҡтағы гер күтәреү б-са ярыштар. Г.с. икебәйгегә (күтәреү, ырғым) һәм оҙон циклға (ике герҙе күкрәктән күтәреү, һәр күтәргән һайын эленеп тороу хәленә төшөрөү) айырыла. Башҡортостанда Г.с. үҫеше 20 б. 70‑се йй. башында Ҡариҙел, Яңауыл р-ндарында, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ....
ГЕРАСИМЕНКО Сергей Андреевич
ГЕРАСИМЕНКО Сергей Андреевич (14.5.1906, Орёл губ. Гута-Муравинка а. — 17.8.1999, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1966), РСФСР‑ҙың атҡ. машина эшләүсеһе (1979). Н.Э.Бауман ис. Мәскәү механика-машиналар эшләү ин‑тын тамамлағандан һуң (1935) Өфөлә эшләй: 26‑сы з‑дта технолог-конструктор,...