Список материалов
ЫРЫМБУР ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты
ЫРЫМБУР ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. БР, Силәбе өлкәһе, Һамар өлкәһе, Татарстан һәм Ҡаҙағстан респ. м‑н сиктәш. Үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. 1934 й. 7 дек. ойошторола, 1938—57 йй. Чкалов өлкәһе. 35 район, 12 ҡала һәм 1 ҡала тибындағы ҡасабаны үҙ эсенә ала. Волга буйы федераль округына инә. Майҙаны — 123,7 мең км2....
ЫРЫМБУР ПРОВИНЦИЯҺЫ
ЫРЫМБУР ПРОВИНЦИЯҺЫ, 1744 й. Ырымбур губернаһы составында ойошторола. Провинцияға Өфө провинцияһының көньяҡ өлөшө, һуңыраҡ Яйыҡ казак ғәскәре терр‑яһы инә. Көнбайышта — Әстерхан губ., төньяҡ‑көнбайышта — Ставрополь провинцияһы, төньяҡта һәм төньяҡ‑көнсығышта — Өфө провинцияһы, көнсығышта һәм көньяҡта...
ЫРЫМБУР СИК БУЙЫ БАТАЛЬОНДАРЫ
ЫРЫМБУР СИК БУЙЫ БАТАЛЬОНДАРЫ, 1784 й. императрица Екатерина II указы м‑н 1—6‑сы Ырымбур ялан батальондары булараҡ ойошторола, 1796 й. Бутырск, Рыльск, Өфө мушкетёр полктарына үҙгәртелә; 1804 й. алып Ырымбур сик буйы гарнизон батальондары, 1829 й. — Ы.с.б.б., 1867 й. башлап Төркөстан сик буйы батальондары....
ЫРЫМБУР СИК БУЙЫ КОМИССИЯҺЫ
ЫРЫМБУР СИК БУЙЫ КОМИССИЯҺЫ, 1774 й. дек. П.И.Панин инициативаһы м‑н Ырымбур губерна канцелярияһы ҡарамағында Ырымбур башҡа диндәгеләр һәм сик буйы эштәре экспедицияһы булараҡ ойошторола, 1782 й. ғин. алып Ырымбур сик буйы экспедицияһы, 1799 й. мартынан Ы.с.б.к. Ырымбурҙа урынлашҡан. Туранан‑тура Ырымбур...
ЫРЫМБУР СИК ҺЫҘЫҒЫ
ЫРЫМБУР СИК ҺЫҘЫҒЫ, Ырымбур нығытмалы сик һыҙығы, 18—19бб. оборона ҡоролмалары системаһы (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары). Рәсәй м‑н Ҡаҙағстан араһында сикте ябыу өсөн ойошторола. Сик һыҙығының төҙөлөүе Волга буйы, Урал буйы ерҙәрен һәм Уралды артабан колониялаштырыуға булышлыҡ итә. Ы.с.һ. Тубыл й. алып...
ЫРЫМБУР ТАРИХИ ЙӘМИҒ МӘСЕТТӘРЕ
ЫРЫМБУР ТАРИХИ ЙӘМИҒ МӘСЕТТӘРЕ. Алыш‑биреш йорто мәсете 1746 й. Ырымбур алыш‑биреш йорто терр‑яһында төҙөлә, 1749 й. Яйыҡ й. (ҡара: Урал) яҙғы ташҡыны юҡ итә, 1785 й. тергеҙелә (2 манараһы булған). Ырымбур сик буйы эштәре экспедицияһы ҡарамағында тора, руханиҙар эш хаҡын Өфө ҡаҙна палатаһынан ала. Мәсет...
ЫРЫМБУР ХӘРБИ ПРОГИМНАЗИЯҺЫ
ЫРЫМБУР ХӘРБИ ПРОГИМНАЗИЯҺЫ, дөйөм белем биргән уҡыу йорто. 1868 й. үҫмерҙәрҙе юнкерҙар уч‑щеларына һ.б. хәрби мәктәптәргә инеү өсөн әҙерләү маҡсатында башланғыс хәрби мәктәп нигеҙендә асыла. Хәрби министрлыҡ ҡарамағында тора. Уҡыу түләүле була (йылына 218—260 һум). Башлыса дворяндарҙың һәм хәрби хеҙм‑рҙәрҙең...
ЫРЫМБУР ҺӘМ ӨФӨ ЕПАРХИЯЛАРЫ СОБОРҘАРЫ
ЫРЫМБУР ҺӘМ ӨФӨ ЕПАРХИЯЛАРЫ СОБОРҘАРЫ. Ырымбур губернаһы терр‑яһында башлыса 19 б. төҙөлә. 19 б. аҙ. 11 собор сиркәүе эшләй, ш. иҫ. Николай кафедраль соборы, 1807—13 йй. Минзәлә ҡ. янған ағас сиркәү урынында унтер‑офицер М.Д.Ситников һәм мәхәллә кешеләре аҡсаһына төҙөлә, 1813 й. изгеләндерелә. 1878...
ЫРЫМБУР ЭКСПЕДИЦИЯҺЫ (1734—44)
ЫРЫМБУР ЭКСПЕДИЦИЯҺЫ (1734—44), 1737 й. апр. алып Ырымбур комиссияһы. И.К.Кирилов проекты б‑са крайҙы хужалыҡ маҡсатында артабан үҙләштереү, Башҡортостанда Рәсәй власы позицияһын нығытыу, уның терр‑яһында Ҡаҙағстанға һәм Урта Азияға үтеп инеү плацдармын булдырыу өсөн ойошторола. Ҡуйылған маҡсатты ғәмәлгә...
ЫРЫМБУР, ҡала
ЫРЫМБУР, ҡала, Ырымбур губернаһының, бер үк ваҡытта Ырымбур сик һыҙығының, Ырымбур провинцияһының, Ырымбур өйәҙенең адм. үҙәге, 1920—24 йй. Ҡырғыҙ АССР‑ының баш ҡалаһы. Ур й. (Яйыҡ й. ҡушылдығы) исеменән аталған. Тәүҙә ҡала 1735 й. И.К.Кирилов тарафынан Ур й. тамағында төҙөлә [ҡара: Ырымбур экспедицияһы...
ЫРЫУ
ЫРЫУ, 1) башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошонда ҡәбилә, ырыу, һирәгерәк ырыу бүленеше. 2) Урал аръяғында, Башҡортостандың үҙәк һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарында ҡәбилә, ырыу йәки ырыу бүленеше урынлашҡан терр‑я. “Ырыу” төшөнсәһе күпселек төрки халыҡтарҙа таралған.
Тәрж. М.Х.Хужин
ЫРЫУ (түбә, аймаҡ)
ЫРЫУ (түбә, аймаҡ), башҡорттарҙа ырыу‑ҡәбилә структураһының төп берәмеге (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо), сығышы уртаҡ булған тип фаразланған ырыу бүленеше (яҡынса 30—40 һәм унан күберәк) йыйылмаһы. Шулай уҡ Ы. структураһына бүлендек Ы. һәм туғандаш ғаиләләр төркөмө инә алған; туғандаш Ы....
ЫРЫУ БҮЛЕНЕШЕ
ЫРЫУ БҮЛЕНЕШЕ (аймаҡ, ара, быуын, нәҫел), башҡорттарҙа ырыу‑ҡәбилә структураһындағы берәмектәрҙең береһе (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо), дөйөм сығышы (бер ата балалары, бер зат) уртаҡ булған туғандаш ғаиләләр төркөмө. Ы.б. 5—30 ғаилә ингән; туғандаш Ы.б. йыйылмаһы ырыуҙы тәшкил иткән. Ы.б....
ЫРЫУ‑ҠӘБИЛӘ БЕРЛӘШМӘҺЕ
ЫРЫУ‑ҠӘБИЛӘ БЕРЛӘШМӘҺЕ, эре ҡәбилә тирәләй берләшкән туғандаш, ш. уҡ төрлө этник сығышлы ҡәбиләләр һәм ырыуҙар төркөмө. Башҡорттарҙа Ы.‑ҡ.б. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына тиклем төрлө тарихи‑сәйәси [башҡа ҡәбиләләр һәм халыҡтар сапҡынынан бергәләп һаҡланыу, абруйлы етәксе (ҡара: Майҡы бей)...
ЫСЫҠ ҮЛӘНЕ
ЫСЫҠ ҮЛӘНЕ (Drosera), ысыҡ үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиерлек таралған. Башҡортостанда инглиз Ы.ү. һәм түңәрәкъяпраҡ Ы.ү. үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы һаҙ үләндәре. Һабағы төҙ, япраҡһыҙ, уҡ рәүешле, бейеклеге 20—25 см тиклем. Япраҡтары...
ЫСЫН ҮҘГӘРЕҮСӘНДӘРҘЕҢ ФУНКЦИЯЛАРЫ ТЕОРИЯҺЫ
ЫСЫН ҮҘГӘРЕҮСӘНДӘРҘЕҢ ФУНКЦИЯЛАРЫ ТЕОРИЯҺЫ, өйрәнеү объекттары булып функциялар, уларҙың сығарылмалары һәм интегралдары һ.б. торған математика бүлеге. Функцияларҙы (гармоник һәм субгармоник, дифференциацияланыусы һәм дифференциацияланмаусы, интегралланыусы һ.б.) тикшереү; функциональ эҙмә‑эҙлелектәрҙең...
ЫСЫНБАРЛЫҠ
ЫСЫНБАРЛЫҠ, й ә ш ә й е ш, философияла төп категорияларҙың береһе һәм онтологияның үҙәк төшөнсәһе. Ы. берәй нәмә (матди предмет, психик феномен йәки бөтә йыһан) йәшәйешенең төп фундаменталь нигеҙе булып тора. Йышыраҡ төшөнсә оппозицияһы элементы булараҡ (мәҫ., Ы. һәм аң, Ы. һәм фекерләү, Ы. һәм асыл)...
ЫҪЛАҠ, Әлшәй р‑нындағы ауыл
ЫҪЛАҠ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ыҫлаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Шафран т. юл ст. К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Ҡорһаҡ й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3834 кеше; 1920 — 5070; 1939 — 2927; 1959 — 2131; 1989 — 1230; 2002 — 1186; 2010 — 956 кеше. Татарҙар...
ЫҪЛАҠ, Шишмә р‑нындағы ауыл
ЫҪЛАҠ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Йәрми а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 237 кеше; 1959 — 204; 1989 — 112; 2002 — 122; 2010 — 111 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Мәсет бар.
Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Благовар...
ЫҪЛАҠБАШ УРТА МӘКТӘБЕ
ЫҪЛАҠБАШ УРТА МӘКТӘБЕ, Бәләбәй р‑нында урынлашҡан. 1891 й. 1 класлы мәктәп булараҡ асыла, 1905 й. башлап 2 класлы башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑сыуаш), 1918 й. — 2‑се баҫҡыс, 1932 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1954 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, тамаша һәм спорт залдары, китапханаһы, уҡыу оҫтаханаһы,...