Список материалов
ЭЛЕКТР ТЕХНИКАҺЫ СӘНӘҒӘТЕ
ЭЛЕКТР ТЕХНИКАҺЫ СӘНӘҒӘТЕ, электр энергияһын етештереү, тапшырыу һәм ҡулланыу өсөн электр техникаһы продукцияһын сығарған машиналар эшләү тармағы. Башҡортостанда 1941 й. Өфөгә бер нисә Э.т.с. пр‑тиеһы эвакуацияланғандан һуң үҫеш ала, 1961 й. Октябрьский түбән вольтлы электр аппаратураһы з‑ды (ҡара:...
ЭЛЕКТР ТОГЫ ГЕНЕРАТОРЫ
ЭЛЕКТР ТОГЫ ГЕНЕРАТОРЫ, электр энергияһы эшләп сығарған ҡоролма, аппарат йәки машина. Эшләү принцибы б‑са электр машиналары (даими йәки үҙгәреүсән ток бирә), магнитогидродинамик, термоэмиссион, термоэлектрик, фотоэлектрик Э.т.г. айырыла. Үҙгәреүсән ток биргән электр машиналары генераторҙары бер, өс...
ЭЛЕКТР ЭЛЕМТӘҺЕ
ЭЛЕКТР ЭЛЕМТӘҺЕ, мәғлүмәт радио йәки электр сигналдары аша тапшырыла торған элемтә. Э.э. принцибы хәбәр сигналдарын (тауыш, оптик мәғлүмәт) электр сигналдарына үҙгәртеүгә нигеҙләнә. Э.э. урынлаштырыу өсөн мәғлүмәтте ебәреүсе (сығанаҡ) м‑н алыусы (хәбәр алғыс) араһында ос аппараттары (тапшырғыс һәм ҡабул...
ЭЛЕКТР ЭНЕРГЕТИКАҺЫ
ЭЛЕКТР ЭНЕРГЕТИКАҺЫ, электр энергияһын етештереү, тапшырыу һәм бүлеүгә махсуслашҡан сәнәғәт тармағы; энергетиканың төп өлөшө булып тора. Сеймал сифатында һоро күмер, тәбиғи газ, мазут файҙаланыла. Башҡортостанда тәүге электр станциялары 19 б. аҙ. — 20 б. башында Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Дәүләкән, Өфө,...
ЭЛЕКТР ЭНЕРГИЯҺЫ ТАПШЫРЫУ ЛИНИЯҺЫ
ЭЛЕКТР ЭНЕРГИЯҺЫ ТАПШЫРЫУ ЛИНИЯҺЫ, электр энергияһын электростанцияларҙан һәм подстанцияларҙан алып ҡулланыусыларға тиклем тапшырыу йәки бүлеү өсөн тәғәйенләнгән техник ҡоролма. Э.э.т.л. подстанциялар м‑н бергә — электр селтәрҙәрен, электростанциялар м‑н электр энергетикаһы системаларын тәшкил итә....
ЭЛЕКТР ЯРҘАМЫНДА УЛТЫРТЫУ
ЭЛЕКТР ЯРҘАМЫНДА УЛТЫРТЫУ, электр‑химик ҡайтарыу һөҙөмтәһендә электрод өҫтөндә фазаның барлыҡҡа килеүе. Ябай тоҙло һыу эретмәләренән металдарҙы (алтын, көмөш, баҡыр, ҡурғаш, кадмий, тимер, цинк, марганец һ.б.); юғары кире электрод потенциалы булған һыуһыҙ эретмәләрҙән йәки тоҙҙар иретмәһенән (алюмин,...
ЭЛЕКТРО...
ЭЛЕКТРО... (гр. ēlektron — гәрәбә), ҡушма һүҙҙәрҙең электрға мөнәсәбәтле булыуын күрһәткән өлөшө (мәҫ., электродинамика, электр элемтәһе, электростанция).
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов
ЭЛЕКТРОДИНАМИКА
ЭЛЕКТРОДИНАМИКА, зарядланған есемдәрҙе үҙ‑ара тәьҫирләштергән электромагнит ҡырының үҙсәнлектәрен һәм торошо законлыҡтарын өйрәнгән физика бүлеге. Классик (Максвеллдың электромагнит ҡыры теорияһы һәм Лоренцтың электрондар теорияһы), квант (электромагнит ҡыры һәм уның зарядланған өлөшсәләр м‑н тәьҫир...
ЭЛЕКТРОН КОММУТАТОР
ЭЛЕКТРОН КОММУТАТОР, ярымүткәргес коммутация элементтары нигеҙендә мәғлүмәт сигналдарын үҙенең теләһә ниндәй инеү урынынан теләһә ниндәй сығыу урынына бүлеп ебәреү өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма. Арауыҡ аналоглы һәм цифрлы (арауыҡ, ваҡытлы һәм арауыҡ‑ваҡытлы) Э.к. айырыла. Цифрлы Э.к. күп функциональ мөмкинлектәр...
ЭЛЕКТРОН МИКРОСКОПИЯ
ЭЛЕКТРОН МИКРОСКОПИЯ, электрон микроскоптар ярҙамында есемдәрҙең атом‑молекулалар кимәленә тиклем структураһын, уларҙың локаль элементар составын һәм есемдәрҙең микрокүләмдәрендәге электр, магнит ҡырҙарын тикшереү ысулдары; электрон микроскоптар булдырыу, өйрәнелгән объекттарҙы әҙерләү, алынған мәғлүмәтте...
ЭЛЕКТРОН ОПТИКА
ЭЛЕКТРОН ОПТИКА, вакуумда электрон йәки ион шәлкемдәренең (ағымдарының) формалашыуын, уларға статик электр һәм магнит ҡырҙары ярҙамында идара итеүҙе өйрәнгән фән һәм техника бүлеге; улар нигеҙендә приборҙар һәм тикшереү ысулдарын эшләү. Геом. (тышҡы ҡырҙар тәьҫирендә электрон шәлкемдәренең формалашыуын...
ЭЛЕКТРОН ХИСАПЛАУ МАШИНАҺЫ
ЭЛЕКТРОН ХИСАПЛАУ МАШИНАҺЫ, иҫәп‑хисап башҡарыу, мәғлүмәтте эшкәртеү, автоматлаштырылған идара итеү һ.б. өсөн ҡоролма; компьютер. Тиҙ эшләүе, мәғлүмәт һыйҙырышлығы, идара итеү һәм мәғлүмәт эшкәртеү ысулдары һ.б. м‑н айырыла. Эшләү принцибы б‑са аналоглы (мәғлүмәт өҙлөкһөҙ үҙгәреп торған үҙгәреүсәндәр...
ЭЛЕКТРОН‑ПАРАМАГНИТ РЕЗОНАНСЫ (ЭПР)
ЭЛЕКТРОН‑ПАРАМАГНИТ РЕЗОНАНСЫ (ЭПР), даими магнит ҡырында урынлаштырылған парамагнит өлөшсәле матдәләрҙә электромагнит нурланышы энергияһын резонанслы йотоу күренеше; радиоспектроскопия ысулы. Парлы электрондарһыҙ системаларҙа магнит моменттары даими магнит ҡыры булмағанда — ирекле, булғанда ҡыр буйлап...
ЭЛЕКТРОНИКА
ЭЛЕКТРОНИКА, электрондарҙың электромагнит ҡырҙары м‑н тәьҫир итешеүе һәм электромагнит энергияны үҙгәртеү (мәғлүмәт тапшырыу, уны эшкәртеү һәм һаҡлау) өсөн тәғәйенләнгән электрон приборҙар һәм ҡоролмалар (вакуум, газ разрядлы, ярымүткәргес) төҙөүысулдарыт‑дағы фән. Классик механикаға һәм квант механикаһына,...
ЭЛЕКТРОРАЗВЕДКА
ЭЛЕКТРОРАЗВЕДКА, электромагнит разведкаһы, тау тоҡомдарын һәм мәғдәндәрҙе электромагнит үҙсәнлектәре (сағыштырма электр ҡаршылығы, электр үткәреүсәнлек, диэлектрик һәм магнитлы үткәреүсәнлек, полярлашыу һәм электр‑химик активлыҡ) б‑са айырыуға нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Геологияла Э. төрлө...
ЭЛЕКТРОСТАНЦИЯ
ЭЛЕКТРОСТАНЦИЯ, энергияның башҡа төрҙәрен электр энергияһына (ҡайһы берҙә йылылыҡ энергияһына) үҙгәрткән пр‑тие йәки энергия ҡулайламаһы. Энергия сығанағы төрө б‑са атом Э., гидроэлектростанциялар, ел, һыу ҡалҡыу энергияһын файҙаланған, ҡояш, йылылыҡ Э.; яғыулыҡ төрө б‑са — газ, шыйыҡ һәм ҡаты яғыулыҡта...
ЭЛЕКТРОТЕХНИКА
ЭЛЕКТРОТЕХНИКА, электр энергияһын алыу, үҙгәртеү һәм ғәмәлдә ҡулланыу мәсьәләләрен өйрәнгән фән һәм техника тармағы. Идара итеү, телекоммуникация системаларын, электрониканы, электр энергетикаһын һ.б. үҙ эсенә ала. Э. нигеҙендә радиотехника, яҡтыртыу техникаһы, юғары көсөргәнештәр техникаһы, электр...
ЭЛЕКТРОФИЗИОЛОГИЯ
ЭЛЕКТРОФИЗИОЛОГИЯ, физиологияның күҙәнәктәрҙә, туҡымаларҙа, ағзаларҙа электр күренештәрен (биоэлектрик потенциалдар), ш. уҡ организмға электр тогы тәьҫир итеү механизмдарын өйрәнгән бүлеге. Күҙәнәк мембраналарында потенциалдар барлыҡҡа килеүҙең физик‑химик механизмдарын, мембраналы каналдарҙың молекуляр...
ЭЛЕКТРОХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ
ЭЛЕКТРОХИМИК АНАЛИЗ ЫСУЛДАРЫ, электродтарҙа йәки электродтар араһындағы арауыҡта барған күренештәрҙе сифат һәм һан яғынан анализлау ысулдары йыйылмаһы. Электролизға нигеҙләнгән Э.а.ы.: гравиметрик электроанализ (төҫлө, ауыр һәм ҡайһы бер ҡара металдарҙы һан яғынан билдәләү һәм айырыу), эске электролиз...
ЭЛЕКТРОХИМИК АНЫҠ ЭШКӘРТЕҮ
ЭЛЕКТРОХИМИК АНЫҠ ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙы электрохимик эшкәртеүҙең анод ысулы. Юғары тығыҙлыҡтағы даими йәки импульс тогының, деталь (анод) һәм инструмент (катод) араһындағы бәләкәй аралыҡ аша үтеп ингән электролит ағымының бер үк ваҡыттағы йоғонтоһо ваҡытында әҙерләмә материалының юғары тиҙлектә иреүенә...