Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДАРЫЛАР

ДАРЫЛАР, ырғытыла торған шартлаусан матдәләр, шартлауға йәки детонацияға күсмәйенсә параллель ҡатламдар булып тышҡы баҫымдың киң интервалында (0,1—1000 МПа), газ хәлендәге күп миҡдарҙағы продукттар барлыҡҡа килтереп, тотороҡло яна алған органик һәм (йәки) органик булмаған берләшмәләрҙең ҡаты хәлдәге...

ДЕНИСОВ Евгений Тимофеевич

ДЕНИСОВ Евгений Тимофеевич (19.6.1930, Калуга ҡ. — 13.10.2017, Черноголовка ҡ.), физик-химик. Химия фәндәре докторы (1966), профессор (1970). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Фәнни эшмәкәрлеге радикал‑сылбырлы реакцияларҙың кинетикаһын һәм механизмдарын тикшереүгә, атомдарҙың, молекулаларҙың һәм...

ДЕСИКАНТТАР

ДЕСИКАНТТАР (лат. desicco — ҡоротам), пестицидтар төркөмөнән химик препараттар, а.х. үҫемлектәренең өлгөрөүен тиҙләтеү һәм уңышты урып‑йыйыуҙы еңеләйтеү маҡсатында үҫемлектәрҙе бер аҙ киптереү өсөн ҡулланыла. Химик яҡтан органик (фосфоний к‑талары нигеҙендә алынған глифосат һәм глюфосинат, бипиридилий...

ДЕФОЛИАНТТАР

ДЕФОЛИАНТТАР (де... һәм лат. folium — япраҡ), пестицидтар төркөмөнән химик препараттар, урыпйыйыу алдынан культуралы үҫемлектәрҙең япраҡтарын ҡойҙороу өсөн файҙаланыла. Үҫемлектәргә тәьҫир итеү механизмы б‑са йомшаҡ (трибутилтритиофосфат нигеҙендә алынған бутифос, 2‑меркаптобензотиазол нигеҙендә — бутилкаптакс,...

ДЖЕМИЛЕВ РЕАКЦИЯҺЫ

ДЖЕМИЛЕВ РЕАКЦИЯҺЫ, этилмагнийбромид йәки диэтилмагний ярҙамында каталитик күләмдә цирконий тоҙҙары ҡатнашлығында α‑олефиндарҙы этилмагнийлау. Д.р. туйындырылмаған берләшмәләрҙән, бер үк ваҡытта этил төркөмөнөң α‑олефиндарын β‑торошона индереп, юғары Гриньяр реактивтарын алырға мөмкинлек бирә. Органик...

ДИЕН УГЛЕВОДОРОДТАРЫ

ДИЕН УГЛЕВОДОРОДТАРЫ, диендар, ике икеләтә бәйләнешле туйындырылмаған углеводородтар. Молекулаларында икеләтә бәйләнештәрҙең үҙ‑ара урынлашыуы б‑са изоляцияланған (1,4‑пентадиен), кумуляцияланған (углеродтың бер атомына тоташып торалар; аллендар) һәм үҙ-ара тәьҫир итешеүсе (аралашып киләләр; 1,3‑бутадиен,...

ДИЗЕЛЬ ЯҒЫУЛЫҒЫ

ДИЗЕЛЬ ЯҒЫУЛЫҒЫ, ҡыҫыуҙан ялҡынланыусы эске яныулы двигателдәрҙә ҡулланылған шыйыҡ нефть дистилляты. Тоҡаныу т‑раһы 30—90°С, ҡатыу т‑раһы −55°С алып 10°С тиклем, ҡайнау т‑раһы сиктәре 180—420°С, тығыҙлығы 830—930 кг/м3, парға әйләнә, еңел тоҡана (фракциялары составы м‑н билдәләнә), коррозия активлығы...

ДИОКСИНДАР

ДИОКСИНДАР, молекулаларының нигеҙен “дибензо‑n‑диоксин системаһы” тәшкил иткән, галогенланған кислородлы гетероциклик берләшмәләр. 75 изомеры билдәле. Органик эреткестәрҙә һәм майҙарҙа — яҡшы, һыуҙа насар эрегән еҫһеҙ кристалл матдәләр; юғары т‑ра (1200°С һәм юғарыраҡ т‑раларҙа тарҡала), окисландырыусылар...

ДИСПЕРСЛЫ СИСТЕМАЛАР

ДИСПЕРСЛЫ СИСТЕМАЛАР, тотош (дисперслы) мөхит эсендә таралған ваҡ итеп онталған өлөшсәләр йәки күҙәүҙәр (бер йәки бер нисә дисперслы фаза) йыйылмаһынан торған гетероген системалар. Өлөшсәләрҙең үлсәменә (дисперслығына) ҡарап — юғары (1 нм алып 0,1 мкм тиклем), түбән (1 мкм һәм унан ҙурыраҡ) һәм уртаса...

ДИФЕНИЛОЛПРОПАН

ДИФЕНИЛОЛПРОПАН, 4,4‑диоксифенилдиметилметан, бисфенол А, диан, (C6H4OH)2С(СН3)2. Төҫһөҙ кристалл матдә; tиреү 156—157°С, tҡайнау 250—252°С (1,7 кПа түбән баҫым аҫтында). Ацетонда, бензолда, спиртта, хлороформда, бер аҙ углеводородтарҙа һәм һыуҙа эрей. Тирене, тын юлдары һәм күҙҙең лайлалы тиресәһен...

ДИХЛОРЭТАН

ДИХЛОРЭТАН, 1,2‑дихлорэтан, этилендихлорид, ClCH2—CH2, туйындырылған галоген‑углеводород. Тығыҙлығы 1253 кг/м3, tиреү−35,3°С, tҡайнау 83,4°С булған төҫһөҙ шыйыҡса. Органик эреткестәрҙә — яҡшы, һыуҙа насар (0,87%) эрей; наркотик тәьҫиргә эйә, һауала ПДК‑һы 1 мг/м3 тәшкил итә. Хлор м‑н трихлорэтан, аммиак...

ДМИТРИЕВ Юрий Константинович

ДМИТРИЕВ Юрий Константинович (23.6.1949, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (2007). БР-ҙың атҡ. химигы (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1977). 1970 й. алып “Каустик” ЯАЙ‑нда эшләй: 1995 й. — производство‑техник бүлек, 1996 й. фәнни-техник үҙәк нач., 1997 й. — баш инженеры, 2005 й. — ген. директоры....

ДОЛМАТОВ Лев Васильевич

ДОЛМАТОВ Лев Васильевич (12.10.1928, Боготол ҡ. — 13.7.2018, Өфө ҡ.), химик-технолог. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1996). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй (1973—79 йй. технология факультеты деканы). Фәнни хеҙмәттәре...

ДУПЛАУ

ДУПЛАУ, тире эшкәртеү, тире, күн эшкәртеү производствоһындағы төп процестарҙың береһе; коллаген (ҡыл һәм тире аҡһымы) молекулаларын дуплау матдәләре ярҙамында химик бәйләнештәр һәм арауыҡлы структуралар төҙөп бәйләү. Дуплау алдынан сеймалды беренсел эшкәртәләр (ебетәләр, көлләйҙәр, йөндән таҙарталар)....