Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КАДОМЦЕВТАР

КАДОМЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Шувалко Кадомец, Өфө янындағы Богородский а. нигеҙ һалыусы һәм уның старостаһы (17 б. башы). Уның вариҫтарынан киң билдәлеләре: Самуил Евменьевич К. (1854, Златоуст ҡ. — 1942, Өфө), 19 б. аҙ. — 20 б. башында Өфө губерна казначействоһы чиновнигы....

КАЛОВСКИЙҘАР

КАЛОВСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Польша шляхтаһынан. Өфө тармағына нигеҙ һалыусылар — Иван Ермолаевич (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Третьякович) К., Өфө воеводаһы (1614; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1614—15). 1601 й. Себер ханы улдарының рус подданныйлығын ҡабул итеү т‑дағы ярлыҡтары м‑н М.А.Нагой тарафынан Б.Годуновҡа...

КАРПОВТАР

КАРПОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Васильевич К., Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). Уның улдары: Никифор Иванович К., 1657 й. Мәскәүҙә түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Өфө өйәҙендә Ольховое күле (Ағиҙел й. басс.) буйында...

КЕЙЕКОВТАР

КЕЙЕКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы Соҡор а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны Иҫке Соҡор а.) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Шәрип К., Польша походында (1771—73), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Тархан. Ирәкте һәм Ғәйнә улустары (1797 й. тиклем)...

КИРЖАЦКИЙҘАР

КИРЖАЦКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Иван К., Богородский а. батша һарайы крәҫтиәне. Өфө атлы стрелецы. Уның улы — Кирилл Иванович К., Өфө атлы стрелецы. 1635 й. Себер ханының улы Аблайҙы тотоуҙа ҡатнаша. 1645 й. Өфөлә майҙан подьячийы булып хеҙмәт итә, ш. уҡ йылда яңы суҡындырылған...

КОЛОКОЛЬЦЕВТАР

КОЛОКОЛЬЦЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Пётр Григорьевич К., капитан. 1907 й. Ҡазандан Өфө гарнизонына күсерелә. Ҡазан өйәҙендә поместьеһы була. Уның улдары: Алексей Петрович К., 1742 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына; Михаил Петрович К., каптенармус....

КӨСӨКӨВТАР

КӨСӨКӨВТАР, дворяндар нәҫеле. Силәбе өйәҙе (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) Барын-Табын улусы Иҫәнгилде а. башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Көсөк, сотник. Уның улы — Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) К. (1764 й. — 1840 й. һуң), 10‑сы класлы чиновник (1821). Рус-прус-француз һуғышында (1806—07) ҡатнашыусы. 1800—25 йй....

КУБЛИЦКИЙҘАР

КУБЛИЦКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Иванович К., Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). 1674 й. Смоленск ҡ. Ҡазан өйәҙенең Яңы Шишмә ҡәлғәһенә күсерелә. Сит ил хеҙмәтле кешеләре (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле...

КУРОВСКИЙҘАР

КУРОВСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Никифор Афанасьевич К., баяр балаларынан. 1654 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Семён Афанасьевич К., баяр балаларынан. 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында ҡатнаша. 1654 й. 350 сирек ер поместье оклады...

КУРЧЕЕВТАР

КУРЧЕЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Остап К., Полоцк шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). Тулала, Мәскәүҙә, 1638 й. алып Өфөлә хеҙмәт итә. Ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә һөжүмен ҡайтарыуҙа, башҡорт ихтилалын (1681—84) баҫтырыуҙа ҡатнаша. Уның улдары: Иван Остапович К.,...