Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯДРО ФИЗИКАҺЫ

ЯДРО ФИЗИКАҺЫ, атом ядроһының төҙөлөшөн, радиоактив тарҡалыу процестарын һәм ядро реакцияларының механизмын өйрәнгән физика бүлеге. Элементар өлөшсәләр физикаһын, нейтрондар физикаһын (нейтрондарҙың матдә м‑н тәьҫир итешеүен һәм нейтрондар тәьҫиренән барған ядро реакцияларын өйрәнеү), түбән (ядро төҙөлөшө,...

ЯМАЛЕТДИНОВА Лилиә Фаат ҡыҙы

ЯМАЛЕТДИНОВА Лилиә Фаат ҡыҙы (1.6.1965, Ҡазан), инженер‑гидротехник, иҡтисадсы‑менеджер. Техник ф. д‑ры (2000). БАХИ‑ны (1987), БДАУ‑ҙы (1998) тамамлаған. 1987 й. алып Красногорский нефть‑газ разведкалау экспедицияһында (Красноярск крайы), 1990 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа: 1995—96 йй. тәбиғәтте...

ЯМАЛОВ Илдар Урал улы

ЯМАЛОВ Илдар Урал улы (22.10. 1961, Өфө), инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (2008). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. 1992 й. алып “Шәреҡ” банкыһында: бүлек нач., 1993 й. башлап департамент дир.; 1995 й. алып БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында: ғилми‑техник идаралыҡ...

ЯҢЫРА ТОРҒАН ЭНЕРГИЯ СЫҒАНАҠТАРЫ

ЯҢЫРА ТОРҒАН ЭНЕРГИЯ СЫҒАНАҠТАРЫ, өҙлөкһөҙ яңырып торған энергия сығанаҡтары. 2 төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә тирә‑яҡ мөхиттә кеше эшмәкәрлегенән тыш яңырған Я.т.э.с.: һыу ағымы, ел, Ҡояш нурланышы, Ер аҫтында барған химик реакциялар һәм радиоактив тарҡалыу; икенсе төркөмгә кеше эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе...

ЯРҘАМСЫ ЭНЕРГИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ

ЯРҘАМСЫ ЭНЕРГИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ, бәләкәй үлсәмдәге газ турбиналы двигатель. Компрессор м‑н ҡыҫылған һауа алыу, ш. уҡ даими һәм үҙгәреүсән ток генераторҙары булыуы хас. Ҡыҫылған һауа — төп двигателдәрҙе эшләтеп ебәреү, кондициялау системаларын, электр генераторҙарының приводтарын тәьмин итеү өсөн самолёт...

ЯУАПТАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ

ЯУАПТАРҘЫ СТАБИЛЛӘШТЕРЕҮ, мәсьәләләрҙең яуабын даими ҡиммәткә яҡынайтыу. Диффузия процестарын тикшергәндә, мәҫ., ер аҫты һыуҙарындағы ағыулы матдәләр концентрацияһын хәүефһеҙ кимәлгә тиклем кәмегән ваҡыт аралығын билдәләү өсөн, һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башында Математика ин‑тында...

ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР

ЯҺАЛМА ҠОРОЛМАЛАР, автомобиль юлдарында, тимер юлдарҙың башҡа юлдар, йылғалар, йырындар һ.б. ҡаршылыҡтар м‑н киҫешкән урындарында ҡорола. Я.ҡ. һыу үткәргән объекттар (күперҙәр, торбалар) һәм юлдар киҫешкән урындағы юл күперҙәре, тау юлдарындағы махсус ҡоролмалар (тоннелдәр, эстакадалар һ.б.) инә. 1952...