Башҡорт фольклоры: тикшеренеүҙәр һәм материалдар. VII сығарылыш
Был йыйынтыҡ күренекле фольклорсы-ғалим, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының маҡтаулы академигы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың (1939–2016) яҡты иҫтәлегенә бағышлана. Баҫмаға башҡорт фольклористикаһының, сиктәш фәндәрҙең төрлө проблемаларына арналған мәҡәләләр индерелде. Йыйынтыҡта ғалим тураһында коллегаларының иҫтәлектәре ҙур ғына урынды биләй. «Материалдар» бүлегендә республиканың Баймаҡ, Бөрйән, Ишембай райондарында беҙҙең көндәрҙә яҙып алынған һәм әлегә тиклем донъя күрмәгән 8 әкиәт тексы бирелде.
Сборник статей посвящен светлой памяти видного ученого-фольклориста, лауреата государственной премии Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева, доктора филологических наук, профессора, Почетного академика АН РБ Ахмета Мухаметвалеевича Сулейманова (1939–2016). В книгу включены статьи по актуальным проблемам башкирской фольклористики, других смежных наук, в частности, литературоведению, языкознанию, истории. Значительное место в сборнике занимают воспоминания коллег об ученом. В разделе «Материалы» представлены не опубликованные ранее тексты 8 сказок, записанных в наши дни в Бурзянском, Баймакском
и Ишимбайском районах РБ.