УСМАНОВА Кәримә Ишбулды ҡыҙы
990
УСМАНОВА Кәримә Ишбулды ҡыҙы (28.11.1971, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Күсей а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2015). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1994) Баймаҡ районы Күсей урта мәктәбендә, 1997—98 йй. Сибай урта мәктәп‑интернатында уҡытыусы булып эшләй. 2000 й. алып “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе, бер үк ваҡытта 2000—10 йй. Сибай яҙыусылар ойошмаһының әҙәби хәбәрсеһе, 2010 й. башлап “Башҡортостан” гәзитенең Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсеһе (бөтәһе лә — Сибай ҡ.). Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2021).
Тәрж. Г.У.Кәбирова
Дата публикации: 10.10.2022
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022
Энциклопедиялар: