Проект тураһында
“Башҡортостан” төбәк интерактив энциклопедик порталы Башҡортостан Республикаһы тураһында күп яҡлы ғилми мәғлүмәт менән тәьмин итә. Ул «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы» дәүләт бюджет ғилми учреждениеһының Башҡорт энциклопедияһы институты тарафынан төрлө ваҡытта әҙерләнгән һәм баҫтырып сығарылған ғилми һәм ғилми‑белешмә баҫмаларҙы берләштерә. Портал ресурстары республика тормошоноң төрлө өлкәләре тураһында актуаль, фәнни яҡтан нигеҙләнгән мәғлүмәт бирә.
Порталдың нигеҙен күп томлы рус һәм башҡорт телендәге “Башҡорт энциклопедияһының” электрон версияһы мәҡәләләре (45 меңдән ашыу), шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы» дәүләт бюджет ғилми учреждениеһының Башҡорт энциклопедияһы институтында сығарылған һәм сығарыласаҡ махсус энциклопедиялар (тармаҡ, тематик, персональ), бәләкәй территориялар энциклопедиялары мәҡәләләре, республика ғалимдарының монографиялары һәм фәнни‑популяр баҫмалары тәшҡил итә.