ХУЖИН Ирек Сәйет улы
ХУЖИН Ирек Сәйет улы (21.9.1941, ТАССР‑ҙың Аҙнаҡай а. — 20.10.2019, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1998). БАССР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1990), почётлы авиатөҙөүсе (1991). Ҡазан авиация институтын тамамлаған (1964). 1963 й. алып Красноярск машиналар эшләү заводында эшләй. 1971 й. башлап ӨАИ‑ла өлкән инженер; 1972—2006 йй. (өҙөклөк менән) “Гидравлика” Өфө агрегат предприятиеһында: бюро, 1976 й. алып цех начальнигы, 1977 й. — баш технолог, 1984 й. — баш инженер, 1986 й. башлап геннераль директор. 1999—2001 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында эшләй. Х. етәкселегендә авиакосмик техника өсөн һығылмалы металл үткәргес торбаларҙың яңы конструкцияһы эшләнә. 4 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премия лауреаты (1998). Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (1990).
Хеҙм.: Электропроводимость контакта “инструмент—деталь” — физический и информационный параметр в станочных системах. М., 1998 (авторҙ.).
Тәрж. А.Н.Күсеев