ШАТСКИЙ Николай Сергеевич
ШАТСКИЙ Николай Сергеевич (16.8. 1895, Мәскәү — 1.8.1960, шунда уҡ), тау инженеры. СССР ФА акад. (1953), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1940), проф. (1933). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Мәскәү тау акад. тамамлаған (1929). Фәнни эшмәкәрлеге боронғо платформалар тектоникаһына, геосинклиналдәр һәм йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеү процестарының оҙайлығы теорияларын эшләүгә арналған. Тектоник проблемаларҙы хәл итеүҙә яңы йүнәлештәргә нигеҙ һалыусы (ер ҡабығының ҙур тектоник формаларын структур анализлау, ултырма ҡатламдарҙың фацияларын һәм ҡалынлығын сағыштырма‑тектоник анализлау ысулдары). Ш. тарафынан рифей һәм байкал йыйырсыҡлығы айырып күрһәтелгән, геологияла күсәгилешлек принцибы уйлап табылған, геол. формациялар өйрәнелгән, антеклиза, плакосинклиналь, плакантиклиналь, авлакоген һ.б. төшөнсәләр индерелгән, Волга-Урал антеклизаһының тектоник төҙөлөшө тикшерелгән. Уның етәкс. беренсе тапҡыр 1:6000000 масштаблы “Евразияның геологик картаһы” (1953), “СССР‑ҙың тектоник картаһы” (1952, 1956), 1:2500000 масштаблы “Европаның халыҡ‑ара тектоник картаһы” (1964) төҙөлгән. Ленин пр. (1958), СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1946) лауреаты. Ленин (1945, 1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Уның исемендәге премия булдырылған.
Хеҙм.: Очерки тектоники Волго‑Уральской нефтеносной области и смежной части западного склона Южного Урала. М., 1945; Избранные труды: в 4 т. М., 1963—1965; Портреты геологов. М., 1986 (авторҙ.).
Әҙәб.: Пущаровский Ю.М. Среди геологов: очерки об учёных. М., 1999.
Тәрж. Э.М.Юлбарисов