ЯКУТОВ Иван Степанович
ЯКУТОВ Иван Степанович [20.6. 1868, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Королёв а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) — 7.11.1907, Өфө], революция хәрәкәтеэшмәкәре. Өфө ҡала мәхәллә уч‑щеһын тамамлаған (1881). 1898 й. алып Өфөлә социал‑демократик төркөм ағзаһы. Өфө т. юл оҫтаханаларында (ҡара: Өфө тепловоздар ремонтлау заводы) слесарь булып эшләй, унда 1900 й. башлап тимер юлсыларҙың социал‑демократик түңәрәгенә етәкселек итә. 1903— 05 йй. Иркутск губ. һөргөндә була, Себер т. юлында забастовка етәкселәренең береһе. 1905 й. 7 дек. Өфө т. юл оҫтаханаларының стачка ком‑ты базаһында Башҡортостанда тәүге Эшсе депутаттары советын (ҡара: Советтар) ойоштора һәм уның беренсе рәйесе була. Декабрҙә эшселәрҙең ҡораллы сығышы [ҡара: Революция (1905–07)] еңелеүгә дусар ителгәндән һуң йәшеренеп йөрөй. Харьков ҡ. ҡулға алына, Өфө төрмәһендә атыла. Я. исеме м‑н Өфөлә парк (ҡара: Якутов И.С. исемендәге парк) аталған, унда уға һәйкәл ҡуйылған.
Әҙәб.: Ведерников Д.Н., Васильев С.М. Иван Степанович Якутов. Уфа, 1968.
Г.Т.Хөсәйенова
Тәрж. М.Х.Хужин