ТУҠЫУСЫЛЫҠ
ТУҠЫУСЫЛЫҠ (һуғыу, туҡыма һуғыу), буй һәм арҡыры (арҡау) үрелгән ептәрҙе ишеп туҡыма эшләү. Башҡорттарҙың традицион шөғөлө; ҡатын-ҡыҙ һөнәре (ҡара: Һөнәрселек). Башҡортостандың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында Т. өсөн башлыса һарыҡ, ҡайһы берҙә дөйә йөнө, кәзә мамығы (ҡара: Балаҫ һуғыу, Тула баҫыу), төньяҡ, үҙәк һәм көнбайыш райондарында күбеһенсә кесерткән, киндер сүсе, етен, һуœыраҡ кизе-мамыҡ еп ҡулланғандар. Сүс яһау өсөн үҫемлек һабаҡтарын башта һыуҙа ебеткәндәр йәки ҡар аҫтында тотҡандар, артабан төйгөс һәм талҡы м‑н эшкәрткәндәр. Сүбәген шырт щётка йәки тәрәш тараҡ м‑н тигеҙләгәндәр. Епте тула баҫҡандағы кеүек иләгәндәр. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа һәм Урал аръяғында буй ептәрҙе торлаҡтың стенаһындағы сөйҙәрҙә тарттырып әҙерләгәндәр. Һуœыраҡ буй ептәрҙе горизонталь һалып, баҫҡыслы тәбәлдерек м‑н әйләндерә торған 2 йәки унан күберәк көрөҫлө ҡул станоктары (урынағас, киндер урыны) файҙалана башлағандар. Туҡыу станоктарының төп төрҙәре: рамһыҙ, көрөҫө ептәрҙе нығытып барыусы таяҡсалар (шәбе) рәүешендәге һәм буй ептәрҙе иҫәпле һәм ирекле аралаштырып барыусы, ҡыл эләктергесле (көньяҡ-көнсығыш райондарҙа) йәки көрөҫө тәбәлдерек ярҙамында алмаш- тилмәш күтәрелгән һәм төшкән, араһына тимер сым тарттырылған 2 йоҡа таҡта рәүешендәге; өҫтөнә буй ептәрҙе тарттырыу өсөн 3 терәк ҡуйылған трапеция йәки дүртмөйөш формаһындағы рамлы (көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондарҙа); 2 ағас таяулы һәм һикегә йәки эскәмйәгә ҡағыр өсөн ҡаҙығы булған (төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш, көнбайыш һәм ҡайһы бер үҙәк райондарҙа); арҡыры таяҡтар м‑н тоташтырылған рамлы (Өфөнән төньяҡҡа һәм Ағиҙел й. урта ағымынан көнбайышҡа табан); рамы алынмалы һәм буй ептәрҙе үреү өсөн тар шөйтөлө станок (Урал аръяғы, Өфө й. үрге ағымы). Туҡыманы ҡайнап торған көл эретмәһенә һалып ағартып, ҡояшта киптергәндәр, ихтыяж тыуғанда — өй шарттарында әҙерләнгән тәбиғи буяуҙар (ҡыҙыл буяуҙы бөрмәкәй тамыры йәки ерек ҡабығы, һарыны — һыйыр теле үләне, йәшел төҫтө — көкөрт үләне, арса йәки артыш ботағы төнәтмәләренән алғандар), 19 б. уртаһынан анилин буяуҙар м‑н буяғандар. Башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрҙәренең береһе — биҙәкле Т. (башлыса төньяҡ- көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш, үҙәк һәм көньяҡ-көнбайыш райондарҙа таралған). Балаҫ һуғыу һәм биҙәү ысулдары б‑са Т. техникаһы бер нисә төргә бүленә: биҙәкләп һуғыу, ҡыҫтырып һуғыу, аҫалап һуғыу, сатрашлап һуғыу. Биҙәкләп һуғыу (күтәреп һуғыу, сүпләм) башлыса төньяҡ һәм үҙәк райондарҙа таралған; ғәҙәттә, аҡ һәм ҡыҙыл ике арҡау ептәрҙән һуғылған һәм ҡыҙыл йәки алтынһыу ҡыҙыл ерлектә һары, йәшел, миләүшә, зәңгәр төҫтәге арҡау ептәр ҡушып эшләнгән сүпләм (төҫтәр аралашып килгән) айырылған. Балаҫ һуҡҡанда орнаментты бергә эшләгәндәр: бер арҡау еп ерлек үргән, икенсеһе (төҫлөһө) — туҡыманың йөҙ һәм тиҫкәре яғына ҡайма йәки селтәр үреү өсөн төҫтәре тигеҙ аралыҡтан ҡабатланып килгән фигураларҙан ҡабарынҡы биҙәк һалған, шулай уҡ туҡыманың айырым өлөштәренә билдәле бер төҫтәге ептән фигуралар һәм биҙәк (һигеҙ сатлы йондоҙ, ромб, тәре йәки күпмөйөш) һалынған. Башҡорт кейеме (ирҙәр күлдәге, ҡатын-ҡыҙ күлдәге, алъяпҡыстар, ыштандар), таҫтамалдар, шаршау, намаҙлыҡ, ашъяулыҡ, яҫтыҡ тыштары биҙәкләп һуғылған. Көнбайыш райондарҙа башлыса ҡыҫтырып (бүлеп, асалап) һуҡҡандар. Биҙәктең төҫлө өлөшөн тейешле төҫтәге арҡау еп м‑н туҡығандар, улар ике яҡтан буй ептәрҙе уратып йәки үрелеп барған. Төрлө төҫтәге үҙ-ара ҡушылмаған биҙәк нәҙек уйымға оҡшаған ек — геом. биҙәккә оҡшаш киртләсле һыҙыҡтар барлыҡҡа килтергән. Биҙәк әйберҙең ике яғынан да бер төрлө булған; ҡыҙыл туҡымаға биҙәк һары, аҡ, ҡара һәм йәшел төҫтәр м‑н аралаштырып һалынған. Традицион йыһаз әйберҙәрен (таҫтамалдар, ашъяулыҡтар, шаршауҙар) ҡыҫтырып һуҡҡандар. Башҡортостандың ҡайһы бер төньяҡ һәм көнбайыш райондарында, Урал аръяғының төньяҡ-көнсығышында 3, 4, 6, 8 көрөҫ ебе м‑н эшләнгән күп көрөҫлө һуғыу техникаһы киœ таралған була (буй һәм арҡау ептәр бергә үрелеп, биҙәк барлыҡҡа килтергән). Күп көрөҫлө һуғыу ашъяулыҡтар, шаршауҙар, һирәгерәк ҡатын-ҡыҙ кейемен туҡығанда файҙаланылған. Сатрашлап һуғыу төньяҡ райондарҙа айырыуса әһәмиәтле булған. Сатрашлы туҡыма төҫлө буй йәки шаҡмаҡ (эре биҙәклеһе — көньяҡ райондарға һәм Урал аръяғына, ваҡ биҙәклеһе төньяҡ райондарға хас) биҙәк төшкән киндерҙән торған. Буй биҙәктәрҙе төрлө төҫтәге ептәрҙе аралаштырып, арҡырыларын — теге йәки был төҫтәге арҡау епте билдәле бер аралыҡта ҡабатлап, шаҡмаҡты — төрлө төҫтәге һыҙыҡтарҙы киҫештереп эшләгәндәр; туҡыманы япраҡ, сәскә биҙәктәре м‑н биҙәгәндәр. Туҡылған әйберҙәр көндәлек һәм байрам кейемдәрендә булƒан, туй бүләктәренә ингән, йола һ.б. үткәргәндә файҙаланған. Т. Волга буйы, Урта һәм Үҙәк Азия, Көньяҡ Себер халыҡтарында таралған була. 20 б. аҙ. алып Т. традициялары Башҡортостандың үҙәк райондарында (Ғафури, Дәүләкән һ.б.) тергеҙелә башлай.
Әҙәб.: Ш и т о в а С.Н. Народное искусство: войлоки, ковры и ткани у южных башкир.Уфа, 2006.
З.М.Дәүләтшина
Тәрж. М.В.Хәкимова