ПОПОВ Валерий Евгеньевич
1717
ПОПОВ Валерий Евгеньевич (14.5. 1951, Ташкент), техник‑механик. 1970 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эшләй: Башҡ‑н транспорт идаралығының 1832‑се автоколоннаһында, 1971 й. башлап “Спецкаучукремстрой” тресының, 1972 й. – “Центрхимремстроймонтаж” дың слесарь‑монтажсыһы, 1973 й. алып “Авангард” ПБ‑нда (1976 й. башлап мастер‑механик), 1996–2009 йй. «“Шихан” һыра‑алкоголһеҙ эсемлектәр комбинаты» ЯСЙ‑нда. П. ҡатнашлығында “Авангард” з‑дында нитроэмалдәрҙе һәм эреткесте автоматлаштырылған үлсәп ҡойоу линияһы һ.б. файҙаланыуға тапшырыла. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1989).
Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Энциклопедиялар: