БОБОРЫКИН Константин Николаевич
БОБОРЫКИН Константин Николаевич (1829, Ярославль губ. — 1904), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1875). Дворяндарҙан. 1849 й. — Венгрия походында, 1853—56 йй. Ҡырым һуғышында ҡатнашыусы. Артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1844, С.‑Петербург). 1844 й. алып рус армияһында. 1861—64 йй. Урга ҡ. (Ҡытай) Рәсәй империяһы консулы. 1865 й. Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы. Верхнеурал өйәҙ уч‑щеһын (1870), Ырымбур (1867) һәм Троицк (1873) ҡҡ. ҡыҙ балалар прогимназияларын, 300‑ҙән ашыу казак мәктәптәрен асыуға, Н.А.Крыжановский м‑н берлектә Ырымбур губерна статистика ком‑тын (1866) һәм Рәсәй география йәмғиәтенең Ырымбур бүлеген (1867) ойоштороуға булышлыҡ итә. 1875— 88 йй. Орёл губернаторы. 2‑се (1874) һәм 4‑се дәрәжә ҡылыслы (1855) Изге Владимир, 1‑се (1872), 2‑се (?), 3‑сө дәрәжә бантлы (1854) һәм 4‑се (1854) дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1869), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1855) һәм император тажлы (1857) Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.
Әҙәб.: Оренбургское казачье войско: страницы истории XIX—XX веков. Челябинск, 1999.
В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова
Тәрж. Д.К.Үзбәков