Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДРАХМАНОВ Рәфил Фазыл улы

Просмотров: 2363

АБДРАХМАНОВ Рәфил Фазыл улы (5.4.1942, БАССР‑ҙың Мәсетле районы Оло Аҡа а.), гидрогеолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (1996). БР‑ҙың (2000) һәм РФ‑тың (2011) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965 й. алып Балаҡатай районында мәктәп директоры, 1968 й. башлап “Башспецнефтестрой” тресында, “Башгипроводхоз” проект институтында эшләй. 1977 й. алып Геология институтында: 1991 й. — лаборатория мөдире, 2007 й. — фән буйынса директор урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1994 й. башлап БДАУ‑ҙа (2004 й. тиклем гидрогеоэкология кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге Көньяҡ Урал һәм Урал алдының геологик структураларындағы гидрогеодинамик һәм гидрогеохимик процестарҙы, ер аҫты һыуҙарының барлыҡҡа килеүе һәм урынлашыуы, уларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу проблемаларын өйрәнеүгә бәйле. Бүздәк, Дүртөйлө, Оло Ыҡтамаҡ (Мәсетле районы), Хазина (Краснокама районы) минераль һыу ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2017).

  Хеҙм.: Карст Башкортостана. Уфа, 2002 (авторҙ.); Гидрогеоэкология Башкортостана. Уфа, 2005; Пресные подземные и минеральные воды Башкортостана. Уфа, 2014.

А.П.Рождественский

Тәрж. Г.М.Ҡотоева


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: