ЕВЛАМПИЕВ Алексей Константинович
ЕВЛАМПИЕВ Алексей Константинович [1875, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Поручик а. (ТР‑ҙың Зәй р‑ны) — 1.4.1934, Мәскәү өлк.], рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. 1904—05 йй. рус-япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан а.х. уч‑щеһын тамамлаған (1890). 1900—04 йй. һәм 1905—14 йй. Өфө өйәҙендә агроном, Ляхов башланғыс умартасылыҡ, баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй. 1904—05 йй. һәм 1914—18 йй. рус армияһында, поручик (1917). 1916 й. дек. башлап Өфөлә 103‑сө запас пехота полкының рота командиры. 1917 й. мартынан Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советының хәрби секцияһы рәйесе, окт. алып РСДРП(б)-ның Өфө ҡала ком‑ты һәм Өфө губерна революцион комитеты ағзаһы. 1917 й. дек. башлап Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары штабының нач. ярҙамсыһы, 1918 й. май — июнендә начальнигы. 1919 й. ғин. — мартында һәм 1920 — 22 йй. РСФСР Игенселек ХК‑ның Өфө губернаһы бүлеге мөдире, 1919 й. һәм 1923 й. алып Мәскәү өлк. эшләй. Георгий тәреһе м‑н бүләкләнгән (1916).
Әҙәб.: Бикмеев М.А. История военного комиссариата Республики Башкортостан. Уфа, 1998.
Г.В.Мордвинцев
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина