Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАЛИВАЧ Меркурий Матвеевич

Просмотров: 1650

ВАЛИВАЧ Меркурий Матвеевич (25.12.1914, Томск губ. Васильчуки а. — 11.10.1995, Стәрлетамаҡ ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1986), проф. (1987). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Томск пед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1946 й. алып Томск мед. ин‑тында уҡыта, 1963 й. — Томск мед. ин‑тының КПСС тарихы һәм философия каф. мөдире. 1969—91 йй. Стәрлетамаҡ пед. ин‑тында эшләй (1972 й. алып марксизм-ленинизм каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре РСДРП‑ның төбәк ойошмаларының 1910—14 йй. эшмәкәрлеге тарихына һәм историографияһына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Борьба большевиков за укрепление РСДРП в начале нового революционного подъёма (1910—1912 гг.). Томск, 1968.

М.С.Ғарипов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: