ЖУРАВЛЁВ Евгений Филиппович
ЖУРАВЛЁВ Евгений Филиппович (15.2.1910, Вятка губернаһы Ижевский Завод ҡсб — 9.2.1984, Өфө ҡ.), химик-неорганик. Химия фәндәре докторы (1964), профессор (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Пермь университетын тамамлағандан һуң (1936) шунда уҡ, 1964 й. алып Воронеж политехник институтында эшләй. 1969 й. башлап БДУ‑ның органик булмаған химия кафедраһы мөдире. Фәнни хеҙмәттәре шыйыҡ фазалағы һыу‑тоҙ һәм органик системаларҙы тикшереүгә арналған. Ж. етәкселегендә ерҙә һирәк элементтарҙы (радиоактив элементтарҙан башҡа), аммоний һәм калий хлоридтарын, калий дихроматын айырыу һәм таҙартыуҙың сәнәғәт технологиялары эшләнгән. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм “Почёт Билдәһе” (1961) ордендары менән бүләкләнгән.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов