ЕГОРОВ Валерий Борисович
1616
ЕГОРОВ Валерий Борисович (25.10.1959, Өфө), инфекционист. Мед. ф. д‑ры (2000). БДМИ‑ны тамамлаған (1983). 1984—86 йй. Өфөнөң 4-се инфекцион дауаханаһында эшләй. 1989 й. алып БДМУ‑ла (2000 й. башлап балалар инфекцион ауырыуҙары каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре балаларҙың вируслы гепатит һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарын дауалау проблемаларына арналған. Е. гепатиттарҙың этиотроп, иммунитетты модуляциялаусы һәм гормональ терапияһы ысулдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Хронические вирусные гепатиты. Уфа, 2005 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: