ГЛАУКОНИТ
ГЛАУКОНИТ (грекса glaukós — күкһел йәшел), гидрослюдалар төркөмө минералы, тимер алюмосиликаты, (K, Na, Са)(Fe3+, Mg, Fe2+, Al)2—[(Al, Si)Si3O10](OH)2•H2О. Составы буйынса селадонит (магнезиаль), сколит (глинозёмлы) һ.б. айырыла. Агрегаттары нескә бөртөклө, ваҡ тәңкәле, суғырмаҡлы. Төҫө төрлө сағылышлы йәшел, тоноҡ ялтырауыҡлы. Ҡатылығы 2—3, тығыҙлығы 2200—3000 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Һыу татырлығын кәметеү, тупраҡты ашлау, йәшел буяу алыу өсөн сорбент булараҡ файҙаланыла; быяла сәнәғәтендә ҡулланыла. БР‑ҙа өҫкө рифей һәм вендтың ҡомташтарында, алевролиттарында, Башҡортостандың Урал алдындағы һәм Башҡортостандың Урал аръяғының көньяҡ өлөшөндәге аҡбур ултырмаларында (ҡара: Аҡбур) глауконит ҡомо ҡатлауҙары рәүешендә күҙәтелә.
Әҙәб.: Годовиков А.А. Минералогия. М., 1975.
А.А.Алексеев
Тәрж. Э.М.Юлбарисов