Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР

Просмотров: 1599

ГЕРМЕТИКЛАШТЫРЫУСЫ СОСТАВТАР, герметиктар, агрегаттарҙа, приборҙарҙа, конструкцияларҙа, ш. иҫ. төҙөлөш конструкцияларында тоташҡан урындарҙы, йөйҙәрҙе тығыҙландырыу һәм ярыҡтарҙы бөтөрөү өсөн ҡулланылған ҡуйырып ағыусы материалдар. Тәбиғи (битумдар, гудрондар нигеҙендә) һәм синтетик (полисульфидтар, кремнийорганик полимерҙар, фторлы полимерҙар, бутилкаучук, формальдегид ыҫмалалары, эпоксид ыҫмалалары нигеҙендә) Г.с. айырыла. Г.с. составына ш. уҡ минераль һәм органик тултырғыстар (синтетик сүстәр, литопон, кремний ике окисы, тальк һ.б.), вулканизациялаусы өҫтәмәләр, ҡатырғыс матдәләр, пластификаторҙар һ.б. компоненттар инә. Вулканизациялаусы агенттар йоғонтоһонда Г.с. күбеһе бүлмә т‑раһында, деталдәр өҫтөндә резинаға оҡшаш тығыҙ ҡаплаумал барлыҡҡа килтереп, пластик хәлдән эластик хәлгә күсергә һәләтле (ҡата торған); ҡайһы бер ҡуйы Г.с. күренеп торған физик-химик үҙгәрештәр кисермәй (ҡатмай торған). Конструкция материалдарына ҡарата юғары адгезия һәм коррозия инертлылығы, һыуға, йылыға, һалҡынға сыҙамлылыҡ, һығылмалылыҡ һәм механик ныҡлыҡ хас, ағыулы түгелдәр. Башҡортостанда төрлө дисперслылыҡтағы каучуктар һәм резиналар нигеҙендә 51-Г-13 һәм 51-Г-13А маркалы герметик елемдәр (Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы); органик булмаған сәнәғәт ҡалдыҡтары нигеҙендә гель барлыҡҡа килтереүсе составтар, быраулау скважиналары өсөн герметиклаштырыусы һыр майламалары (“Азимут” ҒПП, Өфө), гипслы (“Сода” ААЙ) һәм акриллы (“ХИМЭКС” ҒПП, Өфө) шпаклёвкалар, “Карболат” шпаклёвкалау сараһы (“Каучук” ЯАЙ); ш. уҡ Г.с. төрлө компоненттары: ҡатырғыс матдәләр (фенол берләшмәләре ҡатнашмаһы; изометилтетрагидрофталь ангидриды; ҡара: Карбониллы берләшмәләр); тултырғыстар (резина вағы, онтаҡ рәүешендәге быяла тултырғыстар, кварц, аҡбур, техник углерод һ.б.) етештерелә. 90‑сы йй. диоктилфталат производствоһы ҡалдыҡтары нигеҙендәге “Герлат” герметигын, “Герметик-3” елемен, “Пластинил” шпаклёвкалау сараһын — “Авангард” ФДУП, 2004 й. тиклем эпоксидлы универсаль автогерметикты “Уфахимпром” ААЙ сығара. 20 б. 70‑се йй. уртаһында БДУ‑ла (К.С.Минскер, Ю.А.Прочухан) — бутилкаучук нигеҙендә, 90‑сы йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (Ю.А.Сангалов) полиолефиндар, фенол ыҫмалалары һәм модификацияланған ағас онон ҡулланып ҡатмай торған Г.с. эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр үткәрелә; Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында (С.Л.Александрова, В.М.Коробкова) Үҙәк элемтә ҒТИ (Мәскәү) хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә кабель муфталарын герметизациялау өсөн һалҡында ҡойолоп артабан үҙенән-үҙе ҡатыусы битум компаунды эшләнә.

Әҙәб.: Минскер К.С., Сангалов Ю.А. Изобутилен и его полимеры. М., 1986.

Ю.А.Прочухан

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: