ЕВРИПИД
1977
ЕВРИПИД (б.э.т. яҡынса 480 й., Афина – б.э.т. 406 й., Македония), боронғо грек драматургы. 90-ға яҡын трагедия (17‑һе һаҡланған) һәм “Киклоп” сатирик драмаһы авторы. Рационалист һәм скептик булараҡ, Е. мифол., этик һәм традицион нормаларҙы шик аҫтына ҡуя. Әҫәрҙәрендә геройҙарҙың эске донъяһын һүрәтләүгә ҙур урын бирелә. “Медея” трагедияһы Х.Т.Бикҡоловтың башҡ. теленә тәржемәһендә 1990 й. Башҡорт драма театрында ҡуйыла (реж. О.Ш.Еркимбаева).
Р.Ғ.Нәзиров
Тәрж. Л.Н.Абдрахманова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: