ИЛЬЯСОВ Вәкил Искәндәр улы
ИЛЬЯСОВ Вәкил Искәндәр улы (20.8.1960, БАССР‑ҙың Ауырғазы р-ны Төрөмбәт а.), спортсы. Көрәш б‑са РСФСР‑ҙың спорт мастеры (1985). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2009). Төмән индустрия ин‑тын (1991), БДАУ‑ҙы (2001) тамамлаған. Төрөмбәт урта мәктәбенең спорт секцияһы (тренеры Ә.М.Заһитов), “Уңыш” ДСО-һы (Р.Ғ.Мортазин) тәрбиәләнеүсеһе. РСФСР чемп. (1987—88), РСФСР чемпионаттарының көмөш (1983, 1986) һәм бронза (1992) призёры, бөтә Союз турнирҙары еңеүсеһе (1987—88, 1992), БР‑ҙың күп тапҡыр абс. чемп. (1980—2007). 2008 й. алып көрәш б‑са БР йыйылма командаһының баш тренеры, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап БР‑ҙың Милли көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы рәйесе. 2004 й. Ауырғазы р‑нында В.И.Ильясов приздарына көрәш б‑са асыҡ респ. турниры үткәрелә.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина