Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҺӘҘИЕВ Басир Дәүләт улы

Просмотров: 1998

МӘҺӘҘИЕВ Басир Дәүләт улы (15.2.1933, БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Абҙан а. — 2.6.2014, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән), тау инженеры‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1974). БАССР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1982). Д.Д.Мәһәҙиевтең ҡустыһы. Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлағандан һуң (1956) Өпәле (Силәбе өлкәһе), 1957 й. алып Ялан (Свердловск өлкәһе) геологик разведка партиялары геологы; 1960 й. башлап Әбйәлил геологик разведка партияһының өлкән геологы, 1963 й. — Башҡортостан геофизика экспедицияһының өлкән геологы, 1965 й. — тематик партия начальнигы, 1967 й. — Үҙәк эҙләү‑күҙаллау партияһының өлкән геологы, 1974 й. — начальнигы, 1978 й. — “Башкиргеология” ПБ‑ның баш геологы, 1987 й. — генераль директоры урынбаҫары, 1992—97 йй. БР‑ҙың Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге төбәк геологияһы, тектоникаһы, металлогенияһы буйынса тикшеренеүҙәргә, мәғдән ятҡылыҡтарын күҙаллау һәм эҙләү методикаһын уйлап табыуға бәйле. Подольск, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (1986). Тыуған ауылында урамдарҙың береһенә М. исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2015).

  Х е ҙ м.: Рудные и нерудные месторождения Республики Башкортостан //Отечественная геология. 1997. №7; Уралымдың ғәжәп төҫтәре. Таштар донъяһы=Многоцветье моего Урала. Мир камня=Wonderful colours of my Urals. The stone world. Уфа, 2004.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.02.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: