КӨҪӘП СОЛТАНҒОЛОВ
КӨҪӘП СОЛТАНҒОЛОВ (? — 1738 й. сент., Ырымбур ҡ.), 1737—38 йй. башҡ. ихтилалы [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)] етәкселәренең береһе. Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорто. Батыр. 1737 й. яҙында Рысай Иғембәтов м‑н берлектә Себер даруғаһында һуғыша. Йәйен К.С. отряды (300‑гә яҡын кеше) Ҡазан даруғаһында, Өфө һәм Табын ҡәлғәһе янында хөкүмәткә тоғро старшиналарға, көҙөн Рысай Иғембәтов һәм Сәйетбай Әлкәлин отрядтары (бөтәһе 1 мең кеше) м‑н берлектә Нуғай һәм Себер даруғаларында Л.Я.Соймонов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1738 й. апр. ихтилалға ярҙам күрһәтеү т‑да Кесе ҡаҙаҡ йөҙө ханы Әбелхәйер м‑н һөйләшеүҙәр алып бара. Һуңыраҡ В.Н.Татищев тарафынан Ырымбурҙа ҡулға алына. Язалап үлтерелә.
И.Ғ.Аҡманов
Тәрж. М.Х.Хужин