ҠАЙБЫШЕВ Оскар Әкрәм улы
ҠАЙБЫШЕВ Оскар Әкрәм улы (28.3.1939, Мәскәү — 2.6.2017, Анталья ҡ., Төркиә, Өфөлә ерләнгән), металлофизик. БР ФА акад. (1991), техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тын тамамлағандан һуң (1962) 1964 й. тиклем 20‑се почта йәшниге пр‑тиеһында (Өфө) эшләй (1963 й. башлап лаб. начальнигы). 1967—2006 йй. ӨДАТУ‑ла (1969 й. алып дөйөм технология һәм металдар ғилеме каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1980 й. башлап “Тантал” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһы (Өфө) директоры. 1986—2006 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: дир., 2005 й. алып баш ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 1991—94 йй. БР ФА президенты. 2007 й. башлап Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре конструкция материалдарының ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһына, изделиеларҙы деформациялау юлы м‑н формалаштырыу технологияһына арналған. Ҡ. тарафынан рәшәткәле дислокацияларҙы йотҡан саҡта поликристалдарҙа барлыҡҡа килгән бөртөктәрҙең тигеҙ булмаған сиктәре (ҡара: Бөртөктәр сиге) күренеше асылған (1987, Р.З.Вәлиев м‑н берлектә). Ҡ. ҡатнашлығында үтә һығылмалылыҡ күренеше теорияһы, микро‑, субмикро‑ һәм нанокристалл структуралары булған күләмле заготовкалар алыу ысулдары уйлап табылған; формаһын үҙгәртеүе ауыр һәм һығылмалылығы аҙ булған материалдарҙан деталдәр яһау технологиялары эшләнгән, улар БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең сәнәғәт пр‑тиеларында индерелгән. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 210‑дан ашыу уйлап табыу авторы. СССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. А.А.Бочвар ис. пр. лауреаты (2002). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1999) орд. м‑н бүләкләнгән.
Хеҙм.: Сверхпластичность промышленных сплавов. М., 1984; Superplasticity of Alloys, Intermetallides and Ceramics. Berlin; New York, 1992; Superplasticity: Microstructural Refinement and Superplastic Roll Forming. Arlington, 2005 (авторҙ.).
Р.Р.Мөлөков
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов