Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУРМӨХӘМӘТ ЙОМРАНИ

Просмотров: 1642

НУРМӨХӘММӘТ ЙОМРАНИ, Н у р м ө х ә м м ә т с ә с ә н [ысын исеме Кирәев Нурмөхәммәт Шаһиарыҫлан улы; 1882, Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Йомран а. – 1934, БАССР‑ҙың Иҫке Балтас р‑ны Төлгөҙбаш а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны)], шағир‑импровизатор. Мәҙрәсәлә уҡый. Революцияға (1917) тиклем ҡаҙаҡ ауылдарында, тыуған ауылында үҙе асҡан мәҙрәсәлә, башҡа ауылдарҙа уҡыта, совет осоронда пед. курстар тамамлап, мәктәптәрҙә эшләй. Ижадында Н.Й. Аҡмулланың, М.И.Өмөтбаевтың мәғрифәтселек традицияларын дауам итә: аң‑белемгә дан йырлай, белемле булырға, телдәрҙе өйрәнергә саҡыра (“Аҡмуллаға оҡшатыу”, “Үкенеү” һ.б.). Н.Й. байтаҡ шиғырҙарында шул осорға хас булған көнүҙәк мәсьәләләр сағылған: башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен һатыу (“Ерҙәребеҙ һатылған” һ.б.), йәмғиәттең соц. бүленеше (“Ярлылыҡ алдан килә”, “Ҡара ҡарғалар” һ.б.). “Ғилем шиғары”, “Шәхсемә даир”, “Ни кәрәк һәм ни кәрәкмәй” һ.б. шиғырҙарының нигеҙендә кеше ғүмеренең мәғәнәһе, йәшәүҙең асылы т‑да уйланыуҙар ята. Н.Й. үҙе тере сағында әҫәрҙәре баҫтырылмай, әммә ҡулъяҙма рәүешендә киң таралған була, мәҙрәсәләрҙә ҡулланыла. ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында уның 1913 й. төҙөлгән ҡулъяҙма әҫәрҙәр йыйынтығы һаҡлана. Әҙәб.: Әҙәбиәт. Фольклор. Әҙәби мираҫ. 2‑се кит. Өфө, 1976.  

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019