МЕЖЛУМОВ Оник Арсеньевич
МЕЖЛУМОВ Оник Арсеньевич (24.7.1902, Баҡы губ. Мирикенд а. — 26.1.1976, Мәскәү), нефтсе. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1963), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе. Әзербайжан нефть ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1932). 1920 й. алып Батуми, Баҡы ҡҡ. нефть сәнәғәте пр‑тиеларында эшләй; 1942 й. — “Башнефтеразведка” тресының баш механигы, 1943 й. — Ишембай быраулау контораһы дир.; 1944 й. — “Дагнефтеразведка” тресында (Махачкала ҡ.): быраулау контораһы дир., трест идарасыһы; 1955—64 йй. һәм 1969—72 йй.__ “Аксаковнефть” НГДУ‑һында: нач., 1969 й. башлап баш инженеры; 1964—69 йй. “Гипротюменнефтегаз” Төмән проектлау, нефть һәм газ сәнәғәте ҒТИ дир., 1972—76 йй. Бөтә Союз нефть‑газ сәнәғәте ойоштороу, идара итеү һәм иҡтисад ҒТИ‑нда төркөм етәксеһе (Мәскәү). Шкапов нефть ятҡылығын эшкәртеүҙә һәм үҙләштереүҙә ҡатнаша. Сталин пр. лауреаты (1951). Ленин (1952, 1954), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1951, 1959, 1966), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.
К.С.Баймөхәмәтов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина