Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮСЕМОВ Салауат Таһир улы

Просмотров: 2176

КҮСЕМОВ Салауат Таһир улы (8.3.1942, Кировабад ҡ.), инженер‑электрик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), техник ф. канд. (1971), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (бөтәһе лә — 2002). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Т.Т.Күсемовтың улы. Мәскәү энергетика ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) 1967 й. тиклем “Башкирэнерго” район энергетика идаралығында эшләй. 1970 й. алып (өҙөклөк м‑н) ӨДАТУ‑ла: 1974 й. башлап электр машиналары һәм аппараттары, 1982 й. — электротехниканың теоретик нигеҙҙәре каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1988 й. алып уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1992 й. — ректор, 2008 й. — ӨДАТУ президенты, 2013 й. — ректор советнигы. 2003 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 3‑сө саҡырылыш рәйесе урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге белем биреү структураларын үҫтереү, ҡатмарлы техник объекттар — оптика‑механика системалары, яраҡлаштырылған лазер оптикаһы һ.б. м‑н идара итеү проблемаларына арналған. К. етәкс. ҡеүәтле лазер нурланышы параметрҙары м‑н идара итеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә һәм оптик нурланыш м‑н идара итеү системалары, магнитострикцион башҡарғыс ҡоролмаларҙы файҙаланып, торған урынды үтә аныҡ билдәләү системалары уйлап табыла. Асыштары РФ‑тың Хәрби- сәнәғәт комплексы пр‑тиеларында индерелгән. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 98 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—3‑сө саҡырылыш депутаты. Р.Р.Мәүлитов ис. пр. лауреаты (2005). “Почёт Билдәһе” (1985), Почёт (2005), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2012) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Управление динамическими системами в условиях неопределённости. М., 1998 (авторҙ.); Моделирование и обработка изображений в оптических системах космического видения. М., 1999 (авторҙ.); Модели систем автоматического управления и их элементов. М., 2003 (авторҙ.).

Л.В.Канашина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021