ТҮБӘТӘЙ
ТҮБӘТӘЙ, т а ҡ ы я, башҡорт ир‑атының йоҡа кәпәс рәүешендәге традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Түбәһе ҡалҡыуыраҡ түңәрәк Т., ғәҙәттә, 4 ҡыйыҡтан һәм тирәстән (бейеклеге 6—7 см) торған, аҫҡа табан киңәйеберәк киткән. Тирәсен (ҡайһы саҡта өҫкө яғын) тотош ҡыя һыҙыҡтар, һирәгерәк ромб, өсмөйөш, ҡыялап үрелгән биҙәк рәүешендәге йөй м‑н матурлағандар. Төҫлө бәрхәт йәки кизе‑мамыҡ туҡыманан (ҡайһы бер осраҡта бәрхәт м‑н ҡаймаланған) тегелгән Т. таралған була. Т. бала саҡтан уҡ кейгәндәр, өлкән йәштәге ирҙәр күберәк ҡара төҫтәгеһен, йәш ир‑ат төрлө төҫтәгеләрен (ҡыҙыл, йәшел, күк) йөрөткән. Байрам Т. уҡа, сәйлән, сигеү, суҡ һ.б. биҙәгәндәр; кәләштең кейәүгә биргән бүләктәре араһында ла булған (ҡара: Туй йолалары). Ҡыш көнө Т. өҫтөнән бүрек, ҡолаҡсын йәки икенсе баш кейеме кейгәндәр. Күп төрки халыҡтарҙың милли кейемендә таралған.
Тәрж. М.В.Хәкимова