Список материалов
ТЕЛ ӨЛКӘҺЕНДӘГЕ СӘЙӘСӘТ
ТЕЛ ӨЛКӘҺЕНДӘГЕ СӘЙӘСӘТ, дәүләт, синыф, партия, этнос тарафынан телдең функциональ яғына һәм уның төҙөлөшөнә аңлы рәүештә йоғонто яһау өсөн башҡарылған саралар системаһы. Милли сәйәсәттең ҡушма өлөшө булып тора. Күп милләтле дәүләттә Т.ө.с. күп теллелекте, халыҡтың милли составы һәм милләт‑ара мөнәсәбәттәр...
ТЕКТОНИКА
ТЕКТОНИКА (гр. tektonikós — төҙөлөшкә бәйле), г е о т е к т о н и к а, Ер литосфераһының үҫешен, Ерҙең дөйөм үҫеше м‑н бәйле булған ер ҡабығының хәрәкәттәре һәм деформациялары йоғонтоһо аҫтында уның үҙгәрештәрен өйрәнгән геологияның бүлеге. Дөйөм, йәки морфол. (структур геология), төбәк, тарихи, генетик,...
ТЕКСТОЛОГИЯ
ТЕКСТОЛОГИЯ (лат. textum — бәйләнеш, берләшмә һәм ...логия), яҙма ҡомартҡыларҙы, әҙәбиәт һәм фольклор әҫәрҙәрен өйрәнгән (артабан тикшереү, интерпретациялау һәм баҫтырыу өсөн уларҙың тарихын тергеҙеү, төп текстарын асыҡлау һәм тәнҡит күҙлегенән өйрәнеү) филология тармағы. Төп бурыстары: сығанаҡтарҙы...
ТЕКӘН, Балтас р‑нындағы ауыл
ТЕКӘН, Балтас р‑нындағы ауыл, Шауъяҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 68 км алыҫлыҡта Башҡы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 488 кеше; 1920 – 642; 1939 – 627; 1959 – 500; 1989 – 251; 2002 – 189; 2010 — 96 кеше....
ТЕЙЕН
ТЕЙЕН (Sciurus vulgaris), тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 20—30 см, ауырлығы 300—600 г (ҡайһы берҙә 1 кг тиклем). Йөнө йәйен ерән, ҡышын һоро төҫтә. Башы йомро, күҙҙәре ҙур, ҡара төҫтә. Ҡолаҡ остарында суҡтары бар. Артҡы аяҡтары алғыларына ҡарағанда...
ТЕЗИКОВА Татьяна Алексеевна
ТЕЗИКОВА (Лаврентьева) Татьяна Алексеевна (25.11.1975, Салауат ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). Урал физик культура акад. тамамлаған (1999). Стәрлетамаҡ физик культура техникумы (тренеры...
ТЕГЕҮ СӘНӘҒӘТЕ
ТЕГЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, еңел сәнәғәттең туҡыма, трикотаж туҡыма, күн, тире, конструкция материалдарынан, ш. уҡ төрлө фурнитуранан кейем, көнкүреш һәм техник тәғәйенләнешле төрлө изделиелар етештереүсе тармағы. Башҡортостанда 19 б. үҫешә башлай, кейем кустарь ысул м‑н етештерелә (ҡара: Күн эше, Һөнәрселек кәсебе),...
ТЕАТР ЭШМӘКӘРҘӘРЕ СОЮЗЫ
ТЕАТР ЭШМӘКӘРҘӘРЕ СОЮЗЫ, ижади берекмә. 1938 й. Өфөлә Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1986 й. алып БАССР‑ҙың Т.э.с., 2003 й. — “РФ Театр эшмәкәрҙәре союзы (Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте)” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының БР Театр эшмәкәрҙәре союзы бүлексәһе. Төп маҡсаты...
ТЕАТР ЭШМӘКӘРҘӘРЕ СОЮЗЫ
ТЕАТР ЭШМӘКӘРҘӘРЕ СОЮЗЫ, ижади берекмә. 1938 й. Өфөлә Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1986 й. алып БАССР‑ҙың Т.э.с., 2003 й. — “РФ Театр эшмәкәрҙәре союзы (Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте)” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының БР Театр эшмәкәрҙәре союзы бүлексәһе. Төп маҡсаты...
ТЕАТР МУЗЫКАҺЫ
ТЕАТР МУЗЫКАҺЫ, драма театрҙарының спектаклдәрендәге музыка. Сәнғәттең башҡа төрҙәре м‑н бер рәттән Т.м. күренештең эмоциональ фоны булып хеҙмәт итә, персонаждарҙы, соц. мөхитте характерлай, тарихи һәм милли колоритты күҙ алдына баҫтыра, конфликт үҫешенең төп этаптарын билдәләй, ҡайһы берҙә сәхнәнән...
ТЕАТР ҒИЛЕМЕ
ТЕАТР ҒИЛЕМЕ, театрҙың тарихын һәм теорияһын өйрәнеүсе фән; сәнғәт ғилеме бүлеге. Үҙ аллы фән булараҡ 20 б. барлыҡҡа килә. Т.ғ. театраль тәнҡит һәм ижади практика м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда тәүге Т.ғ. тикшеренеүҙәре булып төрлө һәүәҫкәр, ш. иҫ. “Нур”, “Сәйяр”, “Ширҡәт” труппаларының спектаклдәренә...
ТЕАТР БЕЛЕМЕ БИРЕҮ
ТЕАТР БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, театр сәнғәте өлкәһендә артистарҙы, режиссёрҙарҙы, театр сәнғәте белгестәрен һ.б. проф. әҙерләү системаһы. Башҡортостанда Т.б.б. 1926 й. Башҡ. сәнғәт техникумында (ҡара: Сәнғәт училищеһы) театр бүлеге (өҙөклөктәр м‑н 1971 й. тиклем эшләй) асылғандан һуң үҫеш ала. Пед. эшмәкәрлекте...
ТЕАТР ФЕСТИВАЛДӘРЕ ҺӘМ КОНКУРСТАРЫ
ТЕАТР ФЕСТИВАЛДӘРЕ ҺӘМ КОНКУРСТАРЫ, театр сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары смотрҙары.
Башҡортостан театрҙары бөтә Рәсәй, бөтә Союз, халыҡ-ара кимәлендәге төрлө Т.ф.һ.к. (показдар, смотрҙар, олимпиадаларҙа) 20 б. 20‑се йй. аҙ. ҡатнаша башлай. Бөтә Союз фестивалдәре совет власының 40 йыллығына (1957),...
ТЕАТР
ТЕАТР (гр. theatron — тамаша өсөн урын, тамаша), актёр публика алдында сығыш яһағанда барлыҡҡа килгән сәхнә күренешенән торған сәнғәт төрө. Хәҙ. Т. сәнғәте әҫәре — спектакль — драма (ҡара: Драматургия) йәки муз. сәхнә әҫәрҙәре нигеҙендә реж. фекеренә ярашлы һәм уның етәкс. актёрҙар, ш. уҡ рәссамдар,...
ТВОРОГОВ Иван Александрович
ТВОРОГОВ Иван Александрович (1742—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың ген.‑поручигы. Казак. Яйыҡ казак ғәскәрендә (ҡара: Урал казак ғәскәре) хеҙмәт иткән. Ихтилалға 1773 й. 21 сент. Илек ҡаласығында ҡушыла. Нояб. Хәрби коллегия судьяһы итеп тәғәйенләнә. Пугачёвтың Йәшерен...
ТВЕРЯКОВ Игорь Львович
ТВЕРЯКОВ Игорь Львович (11.4.1960, Бөрө ҡ.), тренер. Йөҙөү б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1999) һәм халыҡ‑ара категориялы судья (2007). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). Волгоград физик культура ин‑тын тамамлаған...
ТВЕРДЫШЕВТАР
ТВЕРДЫШЕВТАР, завод хужалары. Сембер сауҙагәрҙәре. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Борис Т., сауҙагәр. 1729— 32 йй. Сембер бурмистры. Уның улдары: Иван Борисович Т. (1690 й. һуң, Сембер ҡ. — 1773 й. апр., С.‑Петербург), коллегия асессоры. Нәҫелдән килгән дворян (1758 й. алып). Ит м‑н сауҙа иткән, селитра...
ТӘҮРАТ
ТӘҮРАТ, иудаизмда төп изге китап, Биш китаптың боронғо йәһүдсә исеме. Библияның тәүге китаптарынан (Башланмыш, Сығыу, Левит, Һандар, Икенсе ҡанун) тора. Китап йәки пергамент төргәге рәүешендә булған. Т. төргәге (бейеклеге яҡынса 60 см, ауырлығы 8 кг) ивритса уңдан һулға, тыныш билдәләрһеҙ яҙылған, бүлектәренә...
ТӘҮЛЕК
ТӘҮЛЕК, уртаса ҡояш тәүлеге 24 сәғ. тигеҙ булған ваҡыт үлсәү берәмеге; календарҙың төп берәмеге. Ерҙең үҙ күсәре тирәләй Ҡояшҡа ҡарата әйләнешенең уртаса ваҡыт оҙонлоғо итеп билдәләнә. Т. башы тип төн уртаһы иҫәпләнә. Экваторҙа көндөң һәм төндөң оҙонлоғо йыл әйләнәһенә 12 сәғ. тәшкил итә, башҡа киңлектәрҙә...
ТӘҮӘТӘЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл
ТӘҮӘТӘЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Себенле а/с ҡарай. Р‑н үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К. табан 26 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 368 кеше; 1920 — 373; 1939 — 346; 1959 — 481; 1989 — 402; 2002 — 350; 2010 — 287 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар....